Социаль мәсьәлә
24 Января 2020, 14:40

Илде данлар Илдан!

- Уйламағанда әсәлек капиталы артты, беҙ уны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонасаҡбыҙ. Ә бала табыу йортонан сыҡҡанда сабый өсөн бүләк биреүҙәрен бөтөнләй көтмәгәйнек.

Баҡалы районы үҙәк дауаханаһының бала табыу бүлегендә быйыл яр һалып тыуған тәүге сабый - Алина һәм Ришат Ғибәҙуллиндарҙыҡы. Йәш ғаиләнең көтөп алған улдары ул Илдан!
Ғөмүмән, 2020 йыл улар өсөн көтөлмәгән сюрприздарҙан башланды. Ҡустыһының тыуыуына ҡыҙҙары Илиана айырыуса ныҡ шатланды, бергә уйнарға иптәш була бит хәҙер. Алина - Эске эштәр министрлығының Баҡалы районы буйынса бүлегендә белгес, ә ғаилә башлығы Ришат Нефтеюганск ҡалаһы ойошмаһында электр монтеры булып эшләй. Йәш ата-әсә улдары Илдандың яҡты донъяға килеүенә ярҙам иткән бөтә табиптарға, шәфҡәт туташтарына рәхмәт белдерә.
- Беҙ ғаиләләргә дәүләт тарафынан ярҙамдың арттырылыуына шатбыҙ, - ти Ғибәҙуллиндар, - Уйламағанда әсәлек капиталы артты, беҙ уны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонасаҡбыҙ. Ә бала табыу йортонан сыҡҡанда сабый өсөн бүләк биреүҙәрен бөтөнләй көтмәгәйнек. Янғын хәүефен иҫкәрткән ҡулайламаға ла бик һөйөндөк. Дәүләттең хәстәрлеген тойоу күңелле шул!
Фото: Баҡалы район хакимиәтенән.
Читайте нас