Бөтә донъя фольклориадаһын Ишембай районы Этҡол ауылы халҡы ла ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле саралар менән ҡаршыларға йыйына. Моделле ауыл китапханаһында, мәҫәлән, яңыраҡ “Фольклор иленә сәйәхәт” тип аталған матур сара уҙҙы.
“Дуҫлыҡ” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр башҡорт халыҡ ижады менән танышты, йомаҡтар систе, әйтем, һынамыштар тураһында белде. Кескәйҙәргә айырыуса милли кейем өлгөләре оҡшаны, ҡумыҙҙа уйнап, һәләттәрен һынап ҡараны улар.
Балалар үҙҙәре лә буш ҡул менән килмәгән булып сыҡты. Улар бармаҡ уйындары хаҡында мәғлүмәтле икән, һөйләп тә, уйнап та күрһәттеләр. Тәрбиәсе Зөһрә Салауат ҡыҙы Арыҫланбаеваның ойоштороу һәләте һоҡланыу тыуҙырҙы.
Кескәйҙәр күңелендә туған телгә, илебеҙгә, халҡыбыҙға һөйөү тәрбиәләү маҡсатында күп функциялы моделле ауыл китапханаһы китапханасыһы Гөлдәр Йәрмөхәмәтова ҙур ихласлыҡ, кинәнес менән эшләй. Этҡол ауылының егәрле ҡатын-ҡыҙына, уңған әсәләренә балаларҙы биләүҙән рухи ҡиммәттәрҙе баһаларға өйрәтеүҙәренә, халыҡ ижадына ихтирам, ҡыҙыҡһыныу уята алыуҙарына рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
Фото: Ишембай районы Этҡол ауылының моделле китапханаһы.