Уҙған аҙнала республикала тарихи ваҡиға булды. Башҡортостанда беренсе тапҡыр район хакимиәте башлығы итеп ҡатын-ҡыҙ тәғәйенләнде. Ул – Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко. Кисә республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмә мәлендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уның менән таныштырҙы һәм уңышлы эш теләне.
– Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы быға тиклем Учалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләй ине. Ул бик яуаплы кеше, ауыр эшендә уңыштар теләйбеҙ. Республикала артабан да ҡатын-ҡыҙ етәкселәр артыр тип ышанам, – тине был турала Радий Хәбиров.
Оператив кәңәшмәлә һәр ваҡыттағыса дөйөм республика ваҡиғаларына йомғаҡтар яһалды, киләсәккә пландар ҡуйылды. Күтәрелгән мөһим темаларҙың береһе республикалағы һөт кухняларына арналды. Башҡортостанда уларҙы асыу өсөн 183,96 миллион һум аҡса тотонолған. Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Белорет һәм Октябрьский ҡалаларында дүрт етештереү нөктәһе булдырылған, уларҙа 84 таратыу пункты эшләй. Һөт урындағы етештереүселәрҙән һатып алына. Дөйөм алғанда тәүлегенә 20 тонна һөт эшкәртелә.
Яңы етештереүҙәрҙә 120 эш урыны булдырылған. Улар киләсәктә артасаҡ тип көтөлә. Был мөһим ғәмәл республикала былтыр июлдә Стәрлетамаҡта башланғайны. Ошо ваҡыт эсендә уларҙың һаны ла, етештерелгән тауары ла артты. Июлдән декабргә тиклем 242 тонна һөт эшкәртелгән һәм 1, 2 миллион порция тауар сығарылған. План буйынса 3200 бала күҙ уңында тотолһа, бөгөнгә 6461 бала тауар менән тәьмин ителә.
Сифатлы һөт тауарҙары бөтә республика буйынса 68 сауҙа нөктәһендә һатыла. Шуныһы ҡыуаныслы, улар мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсаһы рационына ла индерелгән.
Хәҙер февралдә сираттағы һөт кухняһы Сибайҙа асыласаҡ. Дөйөм алғанда республика буйлап ете етештереү нөктәһе эшләйәсәк. Киләсәктә Иглиндә лә бер пункт асыу планлаштырыла.
– Был бик яҡшы эш. Тик республиканың барлыҡ тарафтарын да ялмап алабыҙмы? Минеңсә, төньяҡ-көнсығышта ла бер пункт булдырыу кәрәк. Мәҫәлән, Мәсәғүттә. Был мәсьәләне өйрәнегеҙ, – тине төбәк етәксеһе.
Ә дөйөм алғанда, илдә Башҡортостандан башҡа ошондай кимәлдә һөт кухняларын тергеҙеүсе бер төбәк тә юҡ. Беҙҙең берҙән өс йәшкә тиклемге балалар, ауырлы һәм имеҙгән ҡатындар уның менән файҙаланып, сифатлы һәм файҙалы һөт тауарҙары менән тәьмин ителә ала. Уны алыу өсөн ғариза бирергә кәрәк.
Уҙған аҙнаның һуңғы көндәре бик ҡурҡыныс яңылыҡ менән боҙолдо. Ишембай районының Ғүмәр ауылында сыҡҡан янғында өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Янғында 59 йәшлек ҡатын, уның 23 йәшлек ҡыҙы һәм өс йәшлек ейәне һәләк булды. Ике йәшлек ҡыҙыҡайҙы күрше ир сығарып өлгөргән. Бала әлеге ваҡытта Ишембай үҙәк район дауаханаһында. Уны атаһы һәм уның яғынан өләсәһе ҡарай. Район хакимиәте һәм ауыл советы һәләк булған ғаиләне ерләүҙе үҙ өҫтөнә алған. Ә урында әле тәфтиш-оператив төркөм эшләй, улар янғындың сәбәбен асыҡлай.
– Һис шикһеҙ был ғаиләгә ярҙам итергә кәрәк. Мин Ишембай районы хакимиәте башлығы менән һөйләштем. Уның белдереүенсә, ғаилә имен булған. Ә етәкселек ғәҙәттә имен булмаған ғаиләләрҙе иҫкәртеү менән шөғөлләнә. Әлбиттә, бәхетһеҙ осраҡтар булып тора, тик уларҙы кәметеү сараларын эҙләйек. Бәлки, янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайламаларҙы биреү исемлеген арттырыу кәрәктер? Был ҙур аҡса түгел, ә ғүмерҙәр ҡотҡарыла. Һеҙҙән тәҡдимдәр көтәм, – тине Радий Фәрит улы.
Оператив кәңәшмәлә Яңы йыл каникулдарына йомғаҡ яһау дауам итте. Был юлы ошо осорҙа республикаға килгән туристар һаны ҡаралды, район һәм ҡалаларҙы Яңы йылға биҙәү конкурсына йомғаҡтар яһалды.
Туристарға килгәндә, был йәһәттән үҫеш ҙур. Айырыуса тау саңғыһы курорттарына килеүселәр һаны артҡан. Бөтәһе 99 меңдән ашыу кеше булған унда, үҫеш – 53 процент. Тағы бер ыңғай күренеш: быйыл оҙайлы ялдар осоронда музейға йөрөүселәр 42 процентҡа күбәйгән. 28,5 мең самаһы кеше республиканың төрлө музейҙарында булған. “Терра Зима” проектында 50 мең кеше ҡатнашҡан, былтырғы менән сағыштырғанда 10 процентҡа күберәк.
– Беҙҙең республиканың туристик яҡтан тормошҡа ашырылмаған мөмкинлектәре бик ҙур. Был йүнәлеште үҫтерергә, нығыраҡ өйрәнергә кәрәк. Ул иҡтисад өсөн дә ҙур файҙа килтерергә тейеш тармаҡ, – тине республика етәксеһе.
Яңы йыл биҙәлеше бәйгеһенә килгәндә, ҡалалар һәм райондар араһында урындар билдәләнде. Ҡалалар араһында беренсе урынға Өфө менән Нефтекама сыҡты. Баш ҡалабыҙҙың еңеүе, әлбиттә, лайыҡлы. Быйыл ул миллион уттар менән яңыса балҡыны, халыҡты ла, ҡунаҡтарҙы ла матурлығы менән һоҡландырҙы. Шул уҡ ваҡытта республиканың башҡа ҡалалары ла ҡалышмай, үҙенсәлекле проекттар уйлап таба һәм ҡалаларын зауыҡлыраҡ итергә тырыша. Икенсе урында – Стәрлетамаҡ һәм өсөнсөлә – Туймазы. Райондар араһында урындар былай билдәләнде: беренсе урын – Илеш районы, икенсе урын Тәтешлелә һәм өсөнсө урын Ҡариҙел районында. Еңеүселәр аҡсалата бүләктәр аласаҡ. Беренсе урын өсөн – 500 мең һум, икенсе урынға – 200 мең һәм өсөнсө урынға 150 мең һум. Был йәһәттән Радий Хәбиров күңелле яңылыҡ белдерҙе: ул киләсәктә бүләк күләмен күп тапҡырға арттырырға ҡушты.
– Мин ҡаласыҡтар һәм майҙансыҡтар төҙөгән, халыҡҡа матур байрам кәйефе булдырған барлыҡ хакимиәт башлыҡтарына рәхмәтемде белдерәм. Кешенең күңеле була, күптәр һоҡлана бит. Киләһе йыл тураһында хәҙерҙән уйлай башлағыҙ, ғәҙәти сиктәрҙән сығып юғарыраҡ нәмә тураһында хыялланығыҙ, – тине ул.