Февраль айын әлшәйҙәр күңелле ваҡиғанан башланы: төрлө уҡыу йорттарында белем алған студенттар менән осрашыу үткәрелде.
800-ҙән ашыу студенттың байтағы район етәкселәре, эш биреүселәр менән танышты, йәш белгестәр өсөн тәғәйенләнгән льготалар, хеҙмәт шарттары хаҡында мәғлүмәт алды.
Һуңғы йылдарҙа районда яңы эш урындары барлыҡҡа килгән, улар йәш көстәрҙе көтә. Сарала студенттар өсөн алты майҙансыҡ эшләне, төрлө тармаҡ белгестәре йәштәрҙе үҙҙәренең йүнәлеше буйынса хеҙмәт үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафиндың сығышы ла фәһемле, күңелдәргә үтеп инерлек булды. Дуҫтарса йылы мөнәсәбәттә үткән осрашыуҙың эҙһеҙ ҡалмаҫына ышаныс ҙур.
Буласаҡ белгестәр райондың үҫеш юлдары менән ҡыҙыҡһынды, һорауҙарына яуап алды. Осрашыу матур концерт һәм дискотека менән тамамланды.
Фото: Әлшәй районы хакимиәте.