Социаль мәсьәлә
7 Февраля 2020, 07:20

Мәрхәмәтле мәктәп икенсе йорттарына әйләнгән

Һәр бала иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ.

Илебеҙҙә сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар, башҡа сабыйҙар кеүек үк, закон тарафынан яҡлана, барлыҡ хоҡуҡтары һаҡлана, шул иҫәптән белем алыуға ла.
Коррекция мәктәп-интернат-тарының төп маҡсаты – ошондай балаларҙың танып-белеү мөмкинлектәренән файҙаланып, социаль мөхиттә үҙаллы йәшәй алырлыҡ шәхес итеп тәрбиәләү, тормошҡа яраҡлаштырыу, көнкүрештә кәрәк буласаҡ беренсе мөһим күнекмәләрҙе биреү, уларҙы тормошта файҙаланырға, хеҙмәт коллективында йәшәргә өйрәтеү.


Уңайлы шарттар тыуҙырылған


Учалыла ла ошондай мәктәп бар. Ҡаланың үҙәк урамдарының береһендә, “Нур” мәсете янында ике ҡатлы бинала урынлашҡан учреждениела сәлә­мәт­лектәре ҡаҡшаған, психик үҫештәре тотҡарланған, терәк-хәрәкәт, ишетеү-күреү ағзалары ауырыуҙарынан, тыу­мыштан килгән сирҙәрҙән яфаланған 18 йәшкә тиклемге балалар белем ала.
Учреждение 1997 йылда барлыҡҡа килә. Ошо арауыҡта белем усағында ме­ңәрләгән бала тәрбиәләнә. Бөгөн мәктәп-интернаттағы 232 үҫмергә 75 педагог белем бирә.
Мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн дә төркөм­дәр булдырылған – өс йәше тулған балалар махсус программа буйынса шөғөлләнә. Ә V кластан алып ситтән килгән балалар өсөн интернат хәстәр­ләнгән, бөгөн унда 45 бала йәшәй.
Учреждениела тәрбиәләнеүселәр һәр саҡ медицина хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүендә – ике медицина кабинеты, ике изолятор, массаж, офтальмолог, дауалау-физкультура кабинеттары бар. Педиатр, офтальмолог, шәфҡәт туташтары тәрбиә­ләнеүселәрҙең һаулығын күҙәтә.


Матди-техник база нығый


Былтыр Учалы коррекция мәктәбе “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Заманса мәктәп” федераль проектында ҡатнашты. “Мәрхәмәтле мәктәп” логотибы менән ғәмәлгә ингән проектты тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан – 4 миллион 109 мең һум, республика ҡаҙнаһынан 83 мең һум аҡса бүленә һәм учреждениеның матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлтелә.
Балаларҙың психик функцияларын һәм танып-белеү эшмәкәрлеген үҫтереү, коррекциялау – уҡытыу процесының төп маҡсаты. Дәрестәр уҡытыусы-дефектологтар, юғары белемле уҡытыу­сылар тарафынан балаларҙың йәш һәм аҡыл үҙенсәлектәрен, мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, һәр бала менән шәхсән ойошторола. Балаларҙың аҡыл һәләтен үҫтереү, телмәрҙәге кәмселектәрен төҙәтеү, танып-белеү эшмәкәрлеген үҫтереү эше күрһәтмә-ғәмәли методик алымдар аша тормошҡа ашырыла. Проект аҡсаһына уҡытыусы-дефектолог кабинеты методик-дидактик материалдар менән тулыландырыла.
Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн хәреф, ижек, һүҙ, һөйләм, тартынҡы, һуҙынҡы өндәр һ.б. термин­дарҙы үҙләштереү, хәрефтәрҙе иҫтә ҡал­дырып уҡырға өйрәнеү еңел эш түгел, лә­кин уйындар ярҙамында былар­ҙың барыһын да үҙләштереү, улай ғына ла түгел, бының менән мауыҡтырыу, уҡыу­ға, белем алыуға ынтылыш тәрбиәләү мөмкин.
Һәр дәрестә өйрәнелә торған материал­дарҙы бала күрергә, ишетергә, ҡапшап ҡарарға, тотоп уйнарға тейеш. Шуның өсөн дәрестәрҙә компьютер технологияларын да ҡулланыу бик мөһим.
– Проект аҡсаһына компьютер класы йыһазландырылған, ҡорамалдар килте­релгән. Мультимедиа саралары менән эшләү, бигерәк тә яңы материалды аңлат­ҡанда, өйгә бирелгән эште тикшергәндә, дәрес барышында белемде нығытҡанда бик урынлы. Һәр дәрескә тура килтереп төҙөлгән презентациялар уҡыу процесын тағы ла йәнләндереп ебәрә, ваҡытты һөҙөмтәле үткәрергә ярҙам итә. Ошолай эшләгәндә бала күреп һәм ишетеп кенә ҡалмай, иң мөһиме – унда хис-тойғо барлыҡҡа килә. Ә кисерештәр аша би­релгән белем коррекция мәктәбендә уҡы­тыуҙың нигеҙе булып тора, – ти сә­лә­мәтлеге буйынса мөмкинлектәре сик­лән­гән балаларға сирек быуат белем биреп, ярайһы тәжрибә туплаған, өсөнсө йыл учреждениеның директоры вазифа­һын башҡарған Эльвира Зәйнуллина.


Хеҙмәт нигеҙҙәренә төшөнәләр


Мәктәп-интернатта хеҙмәт тәрбиәһенә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Малайҙар балта эше дәрестәрендә ир-егеттәр өсөн көндәлек тормошта кәрәк булырлыҡ барлыҡ шөғөлгә лә өйрәнә. Ҡыҙҙар ҙур теләк менән тегеүсе һөнәре нигеҙҙәренә төшөнә. Проект аҡсаһына хеҙмәт дә­рестәре кабинеттары йыһазланды­рылған, ағас эшкәртеү станоктары урын­лаштырылған. Технология кабинетына теген, сигеү машиналары ҡуйылған. Яңы ҡорамалдар ҡыҙ һәм малайҙарҙың оҫталығын тағы ла камиллаштырасаҡ.
Балалар көнкүреш техникаһын ҡулланырға өйрәнеп үҫһен өсөн мәктәптә махсус кабинет асылған. Проект аҡсаһына унда электр плитәһе, үтектәр, аш-һыу гарнитуры, микро-тулҡынлы мейес, көндәлек тормошта ҡулланылған кәрәкле көнкүреш техникаһы һатып алынған.
Бынан тыш, уҡыусылар ауыл хужа­лы­ғы хеҙмәте нигеҙҙәре дәрестәре ваҡы­тында баҡсала эшләргә өйрәнә, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереү серҙәренә төшөнә. Балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙә мәк­тәп эргәһендәге тәжрибә майҙансығында эшләүҙең, дәрестән тыш хеҙмәт сарала­рының әһәмиәте бәхәсһеҙ. Учрежде­ние­ның йәшелсә үҫтереү өсөн теплицаһы ла бар. Балалар уңышты йыйып, ашха­наға тапшыра һәм йыл дауамында тәбиғи йәшелсә, еләк-емеш менән туҡлана.
Мәктәп ике бинала урынлашҡан. Йәй биналарҙың тирә-яғы гөл-сәскәгә, йәшел­леккә күмелә. Был да – тәрбиәләнеү­селәрҙең тырышлығы һөҙөмтәһе. Иртә яҙҙан балалар үҫентеләр ултыртып, үҙҙәре тәрбиәләй.


Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух


Балаларҙың һаулығын нығытыу эше физкультура, сәләмәтлек сәғәте, дауалау физкультураһы, логопедия, психомоторика һәм сенсор процестарҙы үҫтереү кеүек дәрестәр менән бер рәттән, иртәнге гимнастика ваҡытында, дәрестән тыш сараларҙа, саф һауала хәрәкәтле уйындар, файҙалы хеҙмәт аша тормошҡа ашырыла. Санитария-гигиена, режим талаптарын теүәл үтәү, ашханала көнөнә биш тапҡыр йылы аш менән туҡланыу, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау эше медицина хеҙмәткәрҙәре яуаплылығында башҡарыла.
Учреждение кәрәкле спорт ҡорамал­дары менән тәьмин ителгән. Былтыр Рима Баталова фонды “Мегафон” йәмғиә­те менән берлектә балаларға 94 мең һумлыҡ кәрәкле әйберҙәр бүләк итә. “Мәғариф” милли проекты аҡсаһына төрлө тренажерҙар һәм балалар спорт комплексы килтерелгән. Яҙ етеп, көндәр йылыныу менән, улар мәктәп янындағы стадионда урынлаштырыласаҡ.
Таусылар йәш быуынды хәстәрләй


Учреждениеның бассейны ла бар. Әйткәндәй, республикала бындай типтағы уҡыу йорттарында ул берҙән-бер. 1985 йылда төҙөлә, ошо арауыҡ эсендә әллә күпме балаға һыуҙан ҡурҡмай йөҙөргә өйрәнергә, сынығырға мөмкинлек бирә.
Әммә бассейндың торошо һуңғы йылдарҙа насарая. Елләтеү системаһын, һыуға төшә торған баҫҡысты алмаштырыу ихтыяжы тыуа. Кафель плитәләре иҫкереп, онтала башлай. Былар барыһы ла балаларҙың именлегенә хәүеф менән янай.

Ярҙамға таусылар килә. Тау-байыҡ­тырыу комбинаты бассейнды ремонт­ларға 300 мең һум аҡса бүлә. Бөгөн яңыртылған ҡоролманы танырлыҡ та түгел.
– Быға тиклем тәрбиәләнеүселәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн борсола инек. Хәҙер бассейнда рәхәтләнеп сынығыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Быға ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа бик шат. Таусыларға ярҙамдары өсөн рәхмәтебеҙ сикһеҙ, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Эльвира Ғәзиз ҡыҙы.


Йәнле тормошта йәшәйҙәр


Хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр үҙҙәренең айырым бер донъя­һында ғына йәшәргә тейеш түгел. Улар һау-сәләмәт булғандар менән тигеҙ шарттарҙа белем алырға, эшләргә хоҡуҡлы.
Учалы коррекция мәктәбе лә асыҡ учреждение булып һанала. Педагогтар тәрбиәләнеүселәрҙе ҡаланың мәҙәниәт тормошона ылыҡтыра. Балалар өсөн иҫтәлекле урындарға, музейҙарға экскурсиялар, төрлө кимәлдәге конкурстар, ярыштар ойошторола. Бындай саралар ваҡытында тәрбиәләнеүселәр йәмәғәт урындарында үҙ-үҙеңде тотоу, аралашыу, әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһенә лә өйрәнә.
Бынан тыш, Учалы тау колледжы менән килешеү төҙөлгән. Йыл һайын бер нисә бала махсус курс үтеп, баҡсасы һөнәрен ала.
– Беҙгә, уҡытыусы һәм тәрбиәселәргә, иң мөһиме – уҡыусыларыбыҙҙың тормошта үҙ-үҙҙәрен хеҙмәтләндерер дәрәжәгә етә алыуҙарын күреү, заман арбаһынан төшөп ҡалмауҙарын белеп тороу, – тине Эльвира Зәйнуллина.
Читайте нас