Үлемесле, үтә ҡурҡыныс сиргә дусар булған 36 йәшлек пациентҡа табиптар өс көн буйы диагноз ҡуя алмай. Хәҙер егет комала.
Уның ата-әсәһе әйтеүенсә, улдары бик ауыр хәлдә була. Һөйләшә лә, йота ла алмай. ”Күпме ваҡыт әрәм ителде, ә табиптар “анализдары яҡшы”, МРТ- нормала”, ”кисә яһаған КТ- нормала” тип башты томалай, “урын бүлексәлә юҡ”, тиҙәр. Ҡайһы дауаханала тиһегеҙме? 21-се ҡала дауаханаһында! Ниндәй түбән профессионаллек!” - ти ни ҡылырға ла белмәгән ата-әсә.
Өс көн буйы утта янған ғаилә ашығыс ярҙамға өмөттәрен өҙөп, улдарын башҡа медицина учреждениеһына - 22-се дауаханаға үҙаллы илтергә була. Ахырҙа диагноз ҡуйыла – ботулизм. Егетте яһалма рәүештә комаға индерәләр, сөнки тын алыу туҡталыу хәүефе ҙур була. Вакцина индерәләр, инфекция органдарҙы ни тиклем ныҡ зарарлағандыр, әйтеүе ҡыйын, тиҙәр. Ботулизм - бик ауыр сир. Шунда уҡ медицина ярҙамы күрһәтелмәгәндә, үлем осрағы 60 процентҡа барып етә. Ботулиндың таяҡсаһы түгел, ә уның билдәле мөхиттә үрсегән токсиндары хәүефле, ти белгестәр.
Өфөләге 4 - се йоғошло сирҙәр клиник дауаханаһының бүлексә мөдире, юғары категориялы табип Роза Ғүмәрова әйтеүенсә, ботулизмды йыш ҡына ыҫланған балыҡ, консерваланған йәшелсә һәм бәшмәктәр ашағанда эләктерәләр. Ҡағиҙә булараҡ, аҙыҡты эшкәртеү ҡағиҙәләре һанға һуғылмағанда.
Ғаилә республика һаулыҡ һаҡлау министрлығына, Мотлаҡ медицина страховка фондына, Өфөнөң 21-се дауаханаһына ялыу менән мөрәжәғәт иткән, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телеканалы. Ваҡиға фажиғәле тамамланмаһа ярар ине тип теләйбеҙ, табиптарҙың профессионаллегенә ышанырға ғына ҡала, нисек булһа ла , көнөбөҙ уларға төшә.
Фото: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.