Социаль мәсьәлә
28 Февраля 2020, 05:46

Күңелгә ятҡан шөғөл ғүмерҙе оҙайта

Ололарға теләктәшлек күрһәтеү кәрәк.

Күптән түгел Өфөлә өлкән йәштәге кешеләрҙең “Бергәләп әүҙем оҙон ғүмергә” IV республика фестивале үтте. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Тәү ҡарамаҡҡа ҡәҙимге сара тойолһа ла, йәмғиәтебеҙ өсөн көнүҙәк булған демографик көрсөк һәм ололарҙы социалләштереү кеүек заман проблемаларына иғтибар йүнәлткән сараларҙың береһе булды ул.
Өлкән йәштә тимәгеҙ...


“Белем” Рәсәй ойошмаһының төбәк бүлексәһе һәм “Беҙҙең алтынға тиң йылдар” өлкән йәштәгеләр клубы дүртенсе йыл рәттән ойошторған фестивалдең маҡсаттары – оло быуын кеше­ләренең ижади һәләттәрен асыу һәм үҫтереү, башҡаларға ла күрһәтеү мөмкинлеген биреү, быуындар бәйләнешен булдырыу.
Төп ойоштороусы Сергей Ширинкин, тап ошондай саралар пенсионерҙарға йәшәү дәрте бирә, дәрт-дарман өҫтәй, шул уҡ ваҡытта күптәр өсөн ыңғай өлгө лә булып тора, ти. Уның һүҙҙәрен Галина Звонарева ла ҡеүәтләне. Ете шиғри йыйын­тыҡ авторы булған әүҙем ҡатынға – 72 йәш, ул һәр саҡ төрлө саралар уртаһында ҡайнай, өлкән йәштәгеләр клубының алдынғы ағзаһы булып тора.
– “Беҙҙең алтынға тиң йылдар” клубында аҙнаһына бер нисә тапҡыр осрашабыҙ, сәйәси-ижтимағи, мәҙәни яңылыҡ­тарҙы барлайбыҙ. Бергәләп театрҙарға-концерттарға бара­быҙ, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашабыҙ. Заман күренеше булған компьютер һәм гаджеттар менән ҡулланырға ла өйрәнәбеҙ. Арабыҙҙа зыялы кешеләр күп, эшләп йөрөгәндәре лә бар. Нисек кенә булмаһын, үҙ-ара аралашыу дәрт-дарман өҫтәй, илһам бирә, – ти Галина Ивановна.
Ул фестивалгә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында булған ысын хәлгә бәйле ижад иткән поэмаһы менән сығыш яһарға килгән.

...Һүҙ – әле генә һуғыш та­мамланған Ленинград ҡалаһы тураһында. Трамвайҙа бер хәрби гүзәл юлдашы менән китеп бара икән. Күркәм ханым матур кейенгән, сәсе лә зауыҡлы итеп йыйылған, һуғыштан иҫән ҡайтҡан ире менән ҡултыҡ­лашып китеп барыуына ҡәнәғәт икәнлеге әллә ҡайҙан күренә һәм бик тәкәббер ҡылана, имеш. Ә артҡы урында йонсоған, иҫке әйберҙәр кейгән, ҡулына моҡсай тотҡан әсә һәм улы бара икән. Баланың да, әсәнең дә күпте күреп, ниһайәт, михнәттәр аша тыуған ҡалаһына ҡайтып барыуы мәғлүм. Кондуктор уларҙан билет өсөн аҡса таптыра башлағас, меҫкен әсә: “Саҡ ҡайтып барыуыбыҙ, йортобоҙ ҙа, аҡсабыҙ ҙа юҡ. Арыныҡ, бер аҙ ултырып барырға рөхсәт итегеҙ. Бала йонсоно бит!” – тип ялбарған. Әммә кондуктор ҡатын: “Сығығыҙ!” – ти икән. Шул саҡ теге хәрби тауышҡа ҡолаҡ һалып, һикереп торған да ҡатын һәм малай янына килеп баҫҡан һәм уларға текләп ҡарай икән. Зауыҡлы ҡатын да – уның артынан. Шул саҡ ир асырғанып ҡысҡырып ебәргән: “Был бит минең Нинам менән Вовам! Һеҙ тере! Ниндәй шатлыҡ! Йортобоҙҙо бомбаға тотҡас, һеҙҙе үлде тип хәбәр иткәйнеләр, ә һеҙ – иҫән! Ниндәй мөғжизә!”
Ҡыҫҡаһы, ир ғаиләһе менән ҡауышҡан һәм трамвайҙан төшөп киткән, ә теге тәкәббер ҡатын иҫе китеп тороп ҡалған...

Ошо бер генә миҫал да һуғыш­тың ниндәй аяныслы күренеш икәнлеген, күпме кешеләрҙең яҙмышын туҙҙырыуын дәлил­ләй. Галина Звонареваның поэмаһы барыһының да күңеленә хуш килде, йөрәктәге иҫтәлектәрҙе яңыртты.


Һәр ҡайһыһы – сағыу биҙәк


Ғөмүмән, фестивалгә респуб­ли­каның тиҫтәнән ашыу районынан ҡатнашыусы килгән. Баш ҡаланың Балалар филар­монияһында үткән сарала күптәр ижад емештәренән, ҡул эштәренән күргәҙмә ойош­торған. Ә сәхнәләге дәрт-дарманлы сығыштарҙы күрһәгеҙ! Көс-ҡеүәте ташып торған, һәр йырын йә бейеүен ихлас башҡарған, шиғырҙары менән күңелдәргә үтеп ингән ололарға бер аҙ көнләшеп тә ҡуйырлыҡ – йәштәргә һәр яҡтан үрнәк улар.
Күптәрҙең фестивалдә ейән-ейәнсәрҙәре лә бар ине. Баҡһаң, бәғзеләре улар менән бергә ҡул эштәре ижад итә, икенселәре спорт менән шөғөлләнә икән. Сергей Ширинкин да, йәштәрҙе эшһөйәр һәм илһөйәрлек йүнә­лешендә тәрбиәләү – ойош­маның төп маҡсаттарының береһе, тип белдерҙе.
Беҙҙең иғтибарҙы Мишкә районынан Ярослав Байғазов йәлеп итте. Ул өләсәһе Галина Бә­широва, инәһе Тамара Иса­диҡова менән килгән. Галина Ялҡай ҡыҙы оҙаҡ йылдар мари тарихи-мәҙәни үҙәге ағзаһы булыуын, йырҙар ижад итеүен, райондағы һәм республикалағы төрлө сараларҙа әүҙем ҡатна­шыуын бер тынала һөйләп бирҙе. Әүҙем ханым мари милли кәсептәрен һаҡлауға ла ҙур өлөш индерә. Баҡһаң, уларҙың нә­ҫелдәре элек-электән кәсепселәр булған, ошо оҫталыҡ ейәне Ярославҡа ла күскән. Малай кәрзиндәр үрә, йүкәнән әйберҙәр эшләй, хатта сигеү ҙә сигә.
Иң сағыу, күркәм сығыш яһаусыларҙың береһе Надежда Поляковская менән дә таныш­тыҡ. Ғүмерен заводта эшләп үткәрһә лә, ханым сәнғәткә мөкиббән ғашиҡ, үҙе лә йырлай. Фестивалдә ул акапелла йырлап ишеттерҙе.

Бына шундай файҙалы ла, әһәмиәтле ла сара үтте Өфөлә.
Йәмғиәт уларға йөҙ менән боролһон


Әгәр проблемаға төптәнерәк ҡараһаҡ, беҙҙең дәүләттә өлкән йәштәгеләргә иғтибар йылдан-йыл арта һәм был дөрөҫ тә: дәүләтебеҙҙәге демографик көрсөк, йәғни хеҙмәт йәшен­дәгеләрҙең һаны кәмеүе, ә пенсиялағы халыҡтың арта барыуы – көнүҙәк проблемалар­ҙың береһе.
Белгестәр фекеренсә, был күренеш, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артабан да күҙәтеләсәк, тағы ла бер нисә йылдан илебеҙҙең хеҙмәт йәшендәге халҡы өс миллионға кәмейәсәк. Әле улар 84 миллион самаһы кеше тәшкил итә. Тап ошонан сығып, хәҙерге ваҡытта эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙы дәртләндереү саралары күрелә. Мәҫәлән, уларҙың пенсияһына ла индексация яһала, ә быға тиклем эшләмәгәндәренә генә аҡса өҫтәлә ине. Әлеге көндә илебеҙҙә пенсияға сығыу йәшен уҙып киткән 14 миллион самаһы кеше эшләүен дауам итә һәм уларҙың күпселеге – юғары квалификациялы белгестәр.

Ошо шарттарҙа заман талаптарына ярашлы фәндәрҙең үҫешеүенә лә хайран ҡалаһы түгел. Мәҫәлән, гериатрия – XXI быуат медицинаһының тиҙ үҫешкән йүнәлештәренең бе­реһе. Был бөтә донъя илдәренә лә хас көнүҙәк проблемаға бәйле: Ер йөҙөндәге халыҡ йылдан-йыл ҡартая бара.
Оло кешеләге үҙгәрештәрҙе барла­ғанда, тәү сиратта кире үҙенсәлектәр билдәләнә, уларға таянып, уның психологик портреты күҙ алдына баҫа: үҙ-үҙен түбән баһалау, пессимизм, яңғыҙлыҡтан, кеше көнлө булыуҙан ҡурҡыу, ҡыҙып барыусанлыҡ, яңылыҡтарға битарафлыҡ, сирҙәренә ҙур иғтибар биреү. Үҙен эшкә яраҡһыҙ, йәмғиәткә кәрәкһеҙ итеп тойоу хәлде тағы ла киҫкенләштерә.
Ғөмүмән, социологик тикше­ренеүҙәр күрһәтеүенсә, бәғзе кешеләр ҡартайырға ашыҡмай, 60 – 65 йәштәрҙә генә үҙен “өлкәнәйҙем” тип иҫәпләй башлай. Әммә организмдың ҡар­тайыуын туҡтатып та, ҡарт­лыҡтан ҡотолоп та булмай, тик йәшәү рәүешен үҙгәрткәндә генә уны кисектерергә мөмкин, тип иҫәпләй белгестәр. Туҡла­ныу рационын яйға һалыу, сәләмәт тормош алып барыу, ыңғай кисерештәр бүләк иткән шөғөл табыу, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыу, аралашыу оло кеше организмына ыңғай тәьҫир итә һәм төрлө сирҙәр барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә.


Бындай саралар кәрәк!


Таныштарығыҙ араһында ла йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, һәр сараның уртаһында ҡайнаған, йәштәрҙе тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индергән шәп пенсионерҙар бар, шулай бит? Белгестәр билдәләүенсә, ҡартайыу процесына ниндәйҙер кимәлдә идара итергә була. Эйе, тулы ҡанлы тормошта йәшәү өсөн оло йәштәгеләргә психологик һәм физик яҡтан үҙ өҫтөндә бик күп эш­ләргә кәрәк. Бәғзеләре ниндәйҙер һәләт­тәрен үҫтереүе ихтимал, ҡайһы­ларының яңы яҡтары асылыуы ла бар. Өҫтә телгә алынған сара ла – ошо исемлектә.
Нисек кенә булмаһын, ҡартая барған һайын кешенең күңеле нескәрә, тиҙ генә хис-тойғоға бирелә башлай, юҡ-барға үпкәләүе ихтимал. Бының сәбәбе бер: ололар иғтибар, ҡәҙер, ыңғай мөғәмәлә көтә. Шуға ла өлкән йәштәге яҡын­дарығыҙҙың ниндәйҙер ҡы­ҙыҡһыныуҙары, шөғөлдәре бар икән, теләктәшлек күрһә­тегеҙ. Фекерҙәштәре, рухташтары менән аралашыу мөмкин­леген киңәйтегеҙ: көр кәйефле, үҙен һау-сәләмәт һәм кемгәлер кәрәкмен тип тойған яҡынығыҙ ҙа, һеҙ ҙә күпкә бәхетлерәк булырһығыҙ.
Читайте нас