Социаль мәсьәлә
29 Февраля 2020, 09:30

Бөгөн кейәүгә сыҡмайым!

Бынан бер нисә көн элек, 20.02.2020 көнө, республикала 260 парҙың никахлашыуын, был көнгә ҙур өмөттәр бағалауын яҙғайныҡ. Бөгөн иһә, 29 февралдә, Башҡортостанда ни бары 91 пар ғына ЗАГС-ҡа барырға ҡарар иткән...

Бынан бер нисә көн элек, 20.02.2020 көнө, республикала 260 парҙың никахлашыуын, был көнгә ҙур өмөттәр бағалауын яҙғайныҡ. Бөгөн иһә, 29 февралдә, Башҡортостанда ни бары 91 пар ғына ЗАГС-ҡа барырға ҡарар иткән.
Уларҙың да 45-е – Өфөлә. Был хаҡта республиканың Юстиция эштәре буйынса комитеты мәғлүмәттәренә таянып, Өфө 1 порталы хәбәр итә.
Хәлдең сәбәбе ябай: беренсенән был дата календарҙа дүрт йылға бер тапҡыр ғына була, икенсенән, элек-электән ошо көн бәхетһеҙлек һәм уңышһыҙлыҡ килтерә, тип иҫәпләнә.
Психологтар белдереүенсә, көндөң йыл һайын ҡабатланмауы ла әһәмиәткә эйә, сөнки туй көнөн дүрт йылға бер билдәләү – үҙе үк күңелһеҙ күренеш. Ғаилә контролде ярата, ә туй көнөнөң булмауы ошо ғәмәлде юҡҡа сығара, ти белгестәр. Йәғни туй булған да, булмаған да кеүек килеп сыға.
Фото: lh3.googleusercontent.com

Читайте нас