Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә Октябрьский ҡалаһындағы “Яҙ” микрорайонының 18-се һәм 19-сы проблемалы йорттарын төҙөп бөтөү схемаһы раҫланды.
Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар был йорттарҙа 2017 йылдың аҙағында уҡ фатир алырға тейеш ине. Әммә “4-се төҙөлөш идаралығы” йәмғиәте үҙ бурыстарын үтәмәне. Артабан объекттар “Ролстрой” компанияһына тапшырылғайны, ләкин былтыр яҙ улар ҙа эште тамамлап ҡуя алмаясағын белдерҙе. Ведомство-ара кәңәшмәләрҙә лә проблеманы хәл итеү юлын тапманылар.
Октябрьский ҡалаһына эш сәфәре ваҡытында Радий Хәбиров өлөшсөләр менән осрашты һәм хәлде үҙ контроленә алды. Был ике йортто төҙөп бөтөрөү өсөн 140 миллион һум аҡса кәрәк.
– Әле беҙ ошо хәлдән сығыу фазаһына аяҡ баҫтыҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Республика төҙөлөш ойошмаһына социаль объекттарҙы, инфраструктураны ҡороуҙа ярҙам итергә әҙер. Раҫланған планға ярашлы, беренсе йортто – йыл аҙағына саҡлы, ә икенсеһен 2021 йылдың мартында төҙөп бөтөргә тейештәр.