Социаль мәсьәлә
12 Марта 2020, 14:10

"Минең өйөм – боҙҙан, ә минеке – ҡабыҡтан..."

Беҙҙең республикала ошондай маҡсатта төҙөлгән торлаҡтың сифатына аныҡ талаптар юҡ. Шуға ла йәшәүгә бөтөнләй яраҡһыҙ торлаҡ тормош тарафынан былай ҙа ҡыйырһытылған кешеләрҙе тағы ла ауырыраҡ шарттарға ҡуя.

Етемдәргә һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға торлаҡ биреү мәсьәләһе һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте үҫеше буйынса совет һәм төрлө ведомстволар, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ҡатнашлығында үткән түңәрәк өҫтәл ошо хәҡиҡәтте тағы берҙе раҫланы.
Былтыр прокуратура хеҙмәткәрҙәре республикала етемдәргә бүленгән торлаҡтың техник һәм санитар нормаларға тап килмәүенең 141 осрағын асыҡлаған. Был – рәсми мәғлүмәттәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ысынбарлыҡта ошондай хәлдәрҙең байтаҡҡа күберәк булғаны мәғлүм, сөнки төрлө ведомство вәкилдәре, шул иҫәптән кеше хоҡуҡтарын яҡлаусылар ҙа, райондар буйлап йөрөгәндә бихисап ошондай осраҡтарҙы теркәгән. Эш шунда: күп осраҡта етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булғандар үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡлап, тейешле органдарға мөрәжәғәт итмәй. Был, үҙ сиратында, уларға бирелгән торлаҡтың торошон тикшереүҙе сикләй, сөнки тәү сиратта йорт хужаһынан ғариза булырға тейеш.
Тағы бер мөһим мәсьәлә: беҙҙең республикала ошондай маҡсатта төҙөлгән торлаҡтың сифатына аныҡ талаптар юҡ. Шуға ла йәшәүгә бөтөнләй яраҡһыҙ торлаҡ тормош тарафынан былай ҙа ҡыйырһытылған кешеләрҙе тағы ла ауырыраҡ шарттарға ҡуя, йәшәйештәрен үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшкә әүерелдерә.
Кәңәшмәлә һүҙ ғәмәлдәге ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү, торлаҡты аҡсалата сертификатҡа алмаштырыу ихтималлығы ла тикшерелде. Әлеге ваҡытта был мөмкин түгел, сөнки түләүҙәр торлаҡтың баҙарҙағы хаҡына тура килмәй һәм башҡа үҙенсәлектәр бар.
Бынан тыш, сарала әлеге ваҡытта ике балаһы менән мунсала көн иткән, закон буйынса тейешле фатирын үҫмер саҡтан юллап йонсоған Наталья Зырянова ла булды. Уның миҫалында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙың ни тиклем иғтибарға һәм хәстәргә мохтаж булыуын, өлкәнәйә барған һайын социалләштереү проблемаһы көнүҙәк була барыуын, тормош ауырлыҡтары кешеләрҙе көтөлмәгән аянсылы аҙымдарға этәреүен күрҙек.
Нисек кенә булмаһын, төрлө ведомстволар һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡатнашлығында үткәрелгән сара һөҙөмтәле булды. Артабан ғәмәли үҙгәрештәрҙе лә күрербеҙ, тип өмөтләнәйек. Етемдәрҙең күңеле бер ваҡытта ла кителмәһен, тормоштары матур булһын ине.
Фото: yurlitsa.ru
Читайте нас