Рәсәй Пенсия фонды рәйесе Антон Дроздов әйтеүенсә, әле илебеҙҙә эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың уртаса эш хаҡы – 40 мең самаһы. Махсус мониторинг үткәрелгәндә ошондай мәғлүмәт алынған. “Шул уҡ ваҡытта эшләмәгән пенсионерҙарҙың бындай өҫтәмә килеме юҡ”, – тине ул.
Эшләп йөрөгән өлкәндәрҙең пенсияһы 2016 йылдан башлап хеҙмәт эшмәкәрлеген туҡтатҡас ҡына индексациялана. Тупланған шәхси пенсия коэффициенты, эштән киткәс, уларҙың актуаль хаҡына (2020 йылда ул 93 һум була) ҡабатлана һәм алынған суммаға билдәләнгән түләүҙең актуаль күләме (2020 йылда – 5 686,25 һум) ҡушыла. Мәҫәлән, гражданға 2015 йылда пенсия тәғәйенләнә, һәм ул 2019 йылдың 15 ноябренә тиклем эшләүен дауам итә. Уға пенсия индексацияһыҙ түләнә. Ул иһә 120 шәхси пенсия коэффициенты менән 12 958,79 һум тәшкил иткән (71,41 һум х 120 + 5 383,59 һум). 2020 йылдың 1 ғинуарынан уға пенсия 16 846,25 һум күләмендә (93 һум х 120 + 5 686,25 һум түләнә). Күпмелер ваҡыттан пенсионер хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итергә булһа, яһалған индексация һаҡланып ҡаласаҡ.