Йыл һайын генетик аномалияға дусар өс-биш мең сабый тыуа. Беҙ уларҙы “ҡояш балалары” йәки “ҡояш йөҙлө сабыйҙар” тип атарға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Даун синдромы – генетик аномалия, йәғни кеше организмында өҫтәмә хромосома барлыҡҡа килә, һөҙөмтәлә дөйөм һан нормалағы 46 хромосома урынына 47 тәшкил итә. Сирҙе тәүге тапҡыр 1866 йылда инглиз табибы Джон Даун һүрәтләп яҙа. Байтаҡ ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, әлегәсә уның нисек барлыҡҡа килеүе тулыһынса өйрәнелмәгән. 35 йәштән һуң бала табырға йыйынған әсәләр өсөн Даун синдромлы сабый тыуыу хәүефе ҙурыраҡ, тип иҫәпләй табиптар.
Бындай балаларҙың яртыһы йөрәк сирле булып тыуа, ишетеү һәләте түбән, мускул тонусы йомшаҡ булғанлыҡтан, ауыҙҙары йыш ҡына асыҡ. Бәләкәй кәүҙәле, ҡыҫҡа ҡуллы, йөҙҙәренең яҫылығы менән айырылып торалар. Башҡа балаларҙан үҫештә бер ни тиклем артта ҡалһалар ҙа, улар араһында юғары уҡыу йортон тамамлағандар, ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәр ҙә бар. Һуңғы осорҙа уларҙың ғүмер оҙайлығы күҙгә күренеп артып, 60 йәштән дә ашты (1983 йылда – 25 йыл). Уларҙың үҫешенә медицина хеҙмәтләндереүенең яҡшырыуы, яңы программалар булдырылыуы ярҙам итә. “Ҡояш йөҙлө сабыйҙар” бәхеткә, беҙҙең иғтибарға лайыҡ.