Социаль мәсьәлә
26 Марта 2020, 09:15

Карантинды боҙоусыларға яза ҡатыраҡ буласаҡ

Унан тыш, баш ҡалала 65 йәштән өлкәндәр өсөн дә карантин режимын индерәсәктәр.

Республика Башлығы үткәргән оператив кәңәшмәлә "Роспотребнадзор" идаралығы вәкиле Александр Жеребцов әлеге ваҡытта 14 көнлөк үҙ теләгең буйынса изоляция режимын боҙған 37 кешегә ҡаршы административ хоҡуҡ боҙоу протоколы төҙөлгәнен белдерҙе.
– Бөгөн эштәрен ҡарау өсөн дүрт кеше саҡырылған, йомала тағы туғыҙ кешене көтәбеҙ. Шулай, карантин режимын боҙған һәр граждан менән айырым эш алып барасаҡбыҙ, протокол төҙөйәсәкбеҙ, - тине ул.
Әлеге ваҡытта "Роспотребнадзор", халыҡты социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре көн һайын сит илдән ҡайтҡан һәм карантин режимын һаҡларға тейеш булған граждандар йәшәгән урындарҙы тикшерә. Барлыҡ мәғлүмәттәр теркәлә, ә режимды боҙоусылар закон алдында яуап бирәсәк.
– Муниципалитеттар алдында торған төп мәсьәләләрҙең береһе – түбән дисциплина күрһәткесе. Сит илдән ҡайтҡандарҙың күпселегенең коронавирус инфекцияһын таратыусы булыу ихтималлығы юғары. Был буш һүҙ түгел, сөнки республикала теркәлгән дүрт сирләү осрағында граждандарҙың барыһының да инфекция киң таралған Европала йөрөп ҡайтҡаны мәғлүм, — тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Әлеге ваҡытта режимды үтәмәгәнәдәр һаны уртаса 35 процент тәшкил итә.
– Беҙгә был кешеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәк. Әлеге ваҡытта Рәсәй Дәүләт Думаһында карантин режимын боҙғандар өсөн ҡатыраҡ яза талап иткән закон проекты ҡарала. Ул ҡабул ителер тип уйлайым. Тимәк, беҙ үҙенә һәм башҡаларға ҡарата яуапһыҙ булған кешеләргә тәьҫир итеү өсөн тағы бер өҫтәмә мөмкинлек аласаҡбыҙ. Әлегә "Роспотребнадзор" идаралығы хоҡуҡ һаҡлау ограндары менән тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итһен һәм кешеләргә тейешле мәғлүмәтте еткерһен, - тип билдәләне республика етәксеһе.
Унан тыш, баш ҡалала 65 йәштән өлкәндәр өсөн дә карантин режимын индерәсәктәр. Уның механизмы бөгөн үк хәл ителәсәк.
– Был һәр йәһәттән уйланылған документ булырға тейеш. Тәүге сиратта беҙ оло йәштәгеләргә мәғлүмәтте нисек еткереү, нисек дәртләндереү, нисек уларға ярҙам итеү, аңлатыу тураһында уйларға тейешбеҙ. Карантин фәҡәт уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн индерелә, - тине Радий Хәбиров.
Бындай саралар тотош республика буйынса индерелеүе ихтимал. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 545 мең ошо категорияға ҡараған граждан йәшәй.
Фото: ria.ru
Читайте нас