Республика Башлығы үткәргән оператив кәңәшмәлә бөгөн “Башфармация” селтәренә 418 мең битлек һатыуға сығарыласағы мәғлүм булды. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Унан тыш, 30 мартта Төркиәнән 700 мең битлек ҡайтарыласаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һаҡланыу сараларын тигеҙ һәм дөрөҫ итеп таратырға, бер ҡулға иҫәпле күләмдә биреүҙе ойошторорға ҡушты. Ә күп тапҡыр ҡуллана торған битлектәрҙе тегеү республикала тәүлегенә 50 мең данаға етергә тейеш.
Яҙғы каникул республикала 6 апрелгә тиклем оҙайтыла. Был хаҡта төбәк етәксеһе хәбәр итте. Быға тиклем мәктәптәрҙә дистанцияла уҡыуға күсеү 2 апрелдә башлана тигәндәр ине, әммә килеп тыуған хәл һәм Рәсәй Президентының киләһе аҙнаны ял тип иғлан итеүе ҡарарҙы үҙгәртергә мәжбүрләгән.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында ата-әсәләре эшләгән балалар өсөн дежур төркөмдәр эшләйәсәк.
Республика Башлығы барлыҡ чиновниктарға коронавирусҡа тикшерелергә ҡушты, сөнки улар кеше араһында йөрөргә һәм эш буйынса аралашырға мәжбүр. Радий Хәбиров үҙе лә бөгөн үк тест үтәсәк.