Социаль мәсьәлә
19 Апрель 2020, 12:20

Рәсәйҙә йөҙйәшәрҙәр арта

Ә Башҡортостанда уларҙың һаны күпме?

Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙә, уҙған йыл менән сағыштырғанда, 100 йәште үткәндәр һаны ун процентҡа артҡан. Йыл башында 22,6 мең кеше теркәлгән.
Ә ун йыл эсендә уларҙың һаны өс тапҡырға артҡан.
Йөҙйәшәрҙәр иң күп теркәлгән төбәктәр: Мәскәү (7,7 мең), Санкт-Петербург (3,5 мең), Әстрхан (752), Мәскәү өлкәләре (752, 689), Краснодар крайы (413). Ә Магадан өлкәһендә ни бары - 6, Ненец автономиялы округында - 8, Алтайҙа - 9.
Башҡортостанда, 2019 йылдың 1 октябренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, 176 йөҙйәшәр теркәлгән.
Фото: sb.by
Читайте нас