Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, эшләргә теләгәндәргә хеҙмәт хаҡы 25 мең һумдан 70 мең һумға тиклем тәшкил иткән вакансиялар бар.
Эпидемия һөҙөмтәһендә илдә эшһеҙҙәр армияһы үҫә. Уларға ярҙам итеү өсөн, мәҫәлән, республика власы федераль үҙәктән 3,3 миллиард һум аҡса һораны. Былтыр был сумма 1,5-1,7 миллиард һум тәшкил итте. Ленара Иванова әйтеүенсә, властың төп бурысы – эшһеҙҙәрҙе эш менән тәьмин итеү, ә пособие түләү генә түгел. Пособие кешегә эш тапҡансы ярҙам итергә тейеш. Әлеге ваҡытта ярайһы ғына эш хаҡы тәҡдим иткән вакансиялар бар, тип белдерҙе министр, мәҫәлән, водителдәр, ҡошсолоҡ комплексы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар.