Мәләүездең күркә ите етештергән «Урал» ҡошсолоҡ фабрикаһы көрсөк шарттарында күләмде арттыра. Төбәккә эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был күренеште хупланы.
Бынан ике йыл элек, ҡатмарлы финанс хәленә бәйле, «Индюшкин» бренды менән продукция сығарған Мәжит Ғафури исемендәге Мәләүез ҡошсолоҡ комплексының эшмәкәрлеге туҡтатылғайны. Предприятиеның бик күп бурысы йыйылды. 2018 йылдың мартында һалым инспекцияһы ғаризаһы нигеҙендә бөлгөнлөк тураһында эш барышында күҙәтеү процедураһы, ә былтыр конкурс башҡарыуы процедураһы индерелгән.
Республика етәксеһенең ярҙамы һәм кредитор менән оҙаҡ һөйләшеүҙәр алып барғандан һуң, уҙған йыл аҙағында ҡошсолоҡ комплексы йәнә эшләй башланы. Былтыр бында бөтәһе 397 мең, ә быйылғы йылдың тәүге өс айында иһә 607 мең дана йомортҡа һатып алынған. Себеш сығарыу уртаса 87 процент тәшкил итә, был – бик яҡшы күрһәткес.
«Урал» ҡошсолоҡ комплексының генераль директоры Вадим Красюк әйтеүенсә, хәҙер предприятиела 700 мең самаһы себеш үҫтерелә. Ҡош-ҡорт һуйыу цехы эшләй, күркәләрҙең уртаса ауырлығы – туғыҙ килограмдан ашыу. Әгәр йыл башына исемлектә 165 хеҙмәткәр булһа, бөгөнгә уларҙың һаны 636-ға етә. Быйыл майға 12 ҡош үҫтереү участкаһын сафҡа индереү планлаштырыла.
Предприятиеның үҙенең ҡатнаш аҙыҡ цехы бар, унда 75 мең тонна аҙыҡ әҙерләнә. 14 аҙнаға тиклемге инә күркәнең тереләй ауырлығын – 10 килограмға, ә 19 аҙналыҡ ата күркәнекен иһә 20 килограмға еткереү күҙаллана. Продукция элекке «Индюшкин» бренды менән һатыла, ләкин шәхси сауҙа нөктәләрендә түгел. Күркә ите төбәк һәм федераль сауҙа селтәрҙәре магазиндарына, шулай уҡ баҙарҙарға һатыуға сығарыла.