“БашРТС” компанияһында йылытыу һәм эҫе һыу өсөн иҫәпләшкәндә нисек комиссияһыҙ түләү мөмкинлеген аңлаттылар. Ишетеүебеҙсә, банк, агенттар, почта бүлексәләре аша түләгәндә, 13 сентябрҙән башлап өҫтәмә иғәнә ала башлаясаҡтар.
Компания хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ойошма сайтында хеҙмәттәргә комиссияһыҙ түләргә мөмкин. Теркәлеү өсөн клиенттың шәхси кабинетында электрон почта адресын һәм паролде күрһәтергә кәрәк. Шәхси иҫәпте системаға тоташтырыу өсөн фатир хужаһының фамилияһын, шәхси иҫәп һанын һәм һуңғы түләү суммаһын күрһәтегеҙ. Онлайн-түләү сервисынан банк картаһына эйә булғандар файҙалана ала.
Сайтта иҫәпләү приборҙарының күрһәткестәрен тапшырырға, һорауҙар тыуғанда белгестәр менән кәңәшләшергә мөмкин.