Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
26 Июль 2021, 18:00

Нисә йәштә эш эҙләйҙәр?

Илдең бөтә төбәктәрендә лә эш эҙләгәндәрҙең яртыһынан күбеһе - 26 йәштән 45 йәшкә тиклемгеләр.

Нисә йәштә эш эҙләйҙәр?
Нисә йәштә эш эҙләйҙәр?

Республикала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Хэдхантер рекрутинг платформаһы менән берлектәге саралары киң йәйелдерелде.

Улар хеҙмәт ресурстарының сифатын яҡшыртыуға һәм файҙаланырлыҡ булыуына, халыҡтың хеҙмәт баҙары тураһында мәғлүмәтлелегенә, эш эҙләүенә йүнәлтелгән. Хэдхантер лекторҙары сираттағы вебинарҙа эшләүселәрҙең, шулай уҡ эш эҙләүселәрҙең демографик составын ентекле ҡараны, төрлө йәштәгеләргә ҡағылған кәңәштәрен бирҙе. Илдең бөтә төбәктәрендә лә эш эҙләгәндәрҙең яртыһынан күбеһе 26 йәштән 45 йәшкә тиклемге төркөмгә ҡарай. Шуның менән бергә эксперттар потенциаль хеҙмәткәрҙәрҙең “өлкәнәйеүен” билдәләй. Эш эҙләгәндәрҙең 56 проценты алты йылдан күберәк хеҙмәт тәжрибәһенә эйә. Бары 19 процентының ғына тәү тапҡыр эш эҙләргә тотоноуы билдәле.

Эксперттар һәр йәш төркөмөнөң көслө һәм йомшаҡ яҡтары тураһында һөйләне. Мәҫәлән, эш биреүселәр оло йәштәгеләрҙә яуаплы ҡарашты, белем, тәжрибә булыуын юғары баһалай. Йәштәрҙең заман технологияларын яҡшы үҙләштереүе, белемле, ижади ҡарашлы, ҡалыптарҙан азатлылығы ҡыҙыҡтыра.

Фото: Ufa.bezformata.com

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: