Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
30 Июль 2021, 22:30

Көн тәртибендә – газ үткәреү

Радий Хәбиров газ үткәреү буйынса төбәк штабының беренсе ултырышын үткәрҙе.

Көн тәртибендә – газ үткәреү
Көн тәртибендә – газ үткәреү

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров газ үткәреү буйынса төбәк штабының беренсе ултырышын үткәрҙе. Унда Хөкүмәт ағзалары, “Газпром межрегионгаз Өфө” һәм “Газпром трансгаз Өфө” компаниялары етәкселәре, район башлыҡтары ҡатнашып, 2025 йылға тиклем төбәкте газ менән тәьмин итеүҙе һәм газ үткәреүҙе үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышты, шулай уҡ ошо йәһәттән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәләрен үтәүгә айырым иғтибар бирҙе.

 “Газпром межрегионгаз Өфө” йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов хәбәр итеүенсә, июль аҙағына Башҡортостанда газ үткәреү кимәле 83,5 процентҡа еткән, 1,4 миллион йорт һәм фатир иҫәпләнгән 2930 биләмә зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин ителгән.

– 2025 йылға тиклем “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең газ үткәреү программаһы 164 биләмәгә 71 ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөүҙе үҙ эсенә ала. Уларҙа 953 километрлыҡ эске селтәр һалынасаҡ. Бынан тыш, 12 газ бүлеү станцияһын реконструкциялауҙы планлаштырабыҙ, – тине Альберт Лоҡманов. – Шул уҡ ваҡытта, яҡынса күҙаллауҙар буйынса, төбәктә 2471 биләмәлә урынлашҡан 186 мең йортҡа һәм фатирға өҫтәмә рәүештә газ үткәрергә кәрәк.

“Газпром” йәмғиәте республикалағы башҡа газ бүлеү ойошмалары менән берлектә 2023 йылға тиклем зәңгәр яғыулыҡты газ үткәрелмәгән йорттарҙың сигенә еткереү буйынса эш алып бара. Уны “Газпром межрегионгаз Өфө” компанияһы сайтында милекселәрҙең алдан бирелгән ғаризаһы буйынса башҡаралар. Киләсәктә ғаризаларҙы күп йүнәлешле үҙәк бүлексәләре һәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ҡабул итеү ҡарала.

Торлаҡҡа газ үткәреүгә сертификат биреү рәүешендәге ярҙам программаһы республика халҡы өсөн бик файҙалы булды. 30 июлгә ҡарата Башҡортостанда 4542 сертификат тапшырылған. Мәғлүм булыуынса, 100 мең һумлыҡ документты Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, хәрби хәрәкәт ветерандары, аҙ тәьмин ителгән инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән һәм ишле ғаиләләр алыу мөмкинлегенә эйә.

Кәңәшмәлә газға күсереүгә бәйле ҡаҙанлыҡтарҙы яңыртыуҙы финанслау, газ бүлеү объекттарын проектлағанда һәм төҙөгәндә документтар тултырыу ваҡытын ҡыҫҡартыу, газ үткәреү буйынса эштәрҙе, хеҙмәттәрҙе тарификациялау мәсьәләләре тикшерелде. “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиетенең генераль директоры Шамил Шәрипов Башҡортостанда газ менән тәьмин итеү объекттарының ышаныслылығын арттырыуға йүнәлтелгән ҡайһы бер мөһим темаларға туҡталды.

Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәк Хөкүмәтенә “Газпром” корпоратив ассоциацияһының Башҡортостандағы предприятиелары етәкселәренең ултырышында күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Айырым темаларҙы “Башҡортостан менән “Газпром” йәмғиәтенең берлектәге эш төркөмөнөң киләһе ултырышы көн тәртибенә индерәсәктәр. Бындай ултырыштар квартал һайын үткәреләсәк.

– Газ үткәреү – тормошҡа ашырыу күләме һәм хаҡы буйынса бик ҙур проект. Уны “Газпром” структураларының республика власть органдары һәм муниципалитеттар менән тығыҙ бәйләнештә генә үтәргә мөмкин, – тине Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143775.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143775.html

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: