Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
7 Октябрь 2021, 19:45

Үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде

"Ҡабул ителгән үҙгәрештәр эшһеҙҙәрҙе, шул иҫәптән социаль йәһәттән яҡлауға мохтаждарҙы хеҙмәткә урынлаштырыуға булышлыҡ итәсәк һәм дәүләт ярҙамы алған эш биреүселәр һанын арттырасаҡ".

Үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде
Үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде

Башҡортостанда эшһеҙ граждандарға субсидия наймы буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу дауам итә.

Был йәһәттән яңы федераль программа ярҙамында республикалағы 700 эш биреүсе 1124 гражданға хеҙмәт урыны булдырҙы. Тағы 1154-е 8232 вакансия тәҡдим итеп, штатын киңәйтмәксе. Әйткәндәй, 5 октябргә ҡарата “Рәсәйҙә эш” порталында 2667 ғариза ҡабул ителгән.

"Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәттең селектор кәңәшмәһендә, Башҡортостан - эшкә урынлаштырылған граждандар һаны һәм “Йүнселдәрҙең мәшғүллеккә булышлыҡ ҡылыуын дәртләндереү” сараларын тормошҡа ашырыу буйынса лидер төбәктәрҙең береһе, тип билдәләнде, - тип белдерҙе республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников. – Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән үҙгәрештәр эшһеҙҙәрҙе, шул иҫәптән социаль йәһәттән яҡлауға мохтаждарҙы хеҙмәткә урынлаштырыуға булышлыҡ итәсәк һәм дәүләт ярҙамы алған эш биреүселәр һанын арттырасаҡ".

5 октябрҙә 2021 йылдың 1 авгусынан мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торған эшһеҙҙәрҙе хеҙмәт урыны менән тәьмин иткәндәргә субсидия биреү буйынса ҡағиҙәләргә үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде.

Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52942

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: