Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
14 Октябрь 2021, 10:30

”Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырырға бурыслыбыҙ”

Республикала ҡабул ителгән был саралар социаль йүнәлешле.

”Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырырға бурыслыбыҙ”
”Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырырға бурыслыбыҙ”

13 октябрҙә БР Премьер-министры Андрей Назаров уҙғарған республика Хөкүмәте ултырышында инвалидтарҙы хеҙмәт урындары менән тәьмин иткән, шулай уҡ инвалидтарға, белем биреү учреждениеларын тамамлағандарға стажировка ойошторған эш биреүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһе ҡаралды.

“2021 йылда мәшғүллек үҙәктәренә 3,5 мең инвалид мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың ике меңгә яҡыны эш урыны менән тәьмин ителгән. Был былтырғы туғыҙ ай менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. Эш биреүселәрҙең стажерҙарға эш хаҡы өсөн түләгән сығымдары кире ҡайтарыла – 2021 йылда был сумма ике тапҡырға арттырылып, 19,2 мең һум тәшкил итте”, - тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников.

Ағымдағы йылда инвалидтар өсөн 125 эш урыны булдырыу маҡсатында республика бюджетынан 11,1 миллион һум аҡса бүленгән. Бөгөнгә 107 инвалид эш урыны менән тәьмин ителгән. Субсидия алған осраҡта эш биреүсенең хеҙмәт урынын ике йыл дауамында һаҡларға тейешлеге шарт итеп ҡуйыла.

Андрей Назаров билдәләүенсә, эш урындарына квота бүлеү - инвалидтарҙы эш менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыуҙың төп сараһы.

“Республикала ҡабул ителгән был саралар социаль йүнәлешле. Улар социаль яҡтан яҡланмаған граждандарға эшкә урынлашырға һәм яуаплы эш биреүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирә. Беҙ инвалидтарҙы эшкә урынлаштырып, өҫтәмә килем менән тәьмин итергә бурыслыбыҙ. 1 сентябргә ҡарата квота иҫәбенә бүленгән эш урындарында ете меңгә яҡын инвалид хеҙмәт итә лә инде. Стажировкалар уҙғарыу ҙа һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Стажерҙарҙың 70 проценты һайлаған һөнәре буйынса эшкә шул предприятиела ҡала. 2021 йылда БР бюджетында уҡыу йорттарын тамамлағандарға стажировка уҙыу өсөн 18,3 миллион һум аҡса ҡаралған. Дөйөм алғанда, 365 кешенең стажировка үтере күҙаллана”, - тине Премьер-министр.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: