Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
1 Декабрь 2021, 16:50

Газ үткәреүгә – ярты миллиард һум

Башҡортостан Башлығының Указына ярашлы, халыҡҡа сертификат биреү дауам итә.

Газ үткәреүгә – ярты миллиард һум
Газ үткәреүгә – ярты миллиард һум

Башҡортостан Башлығының 2019 йылдың 9 сентябрендағы “Айырым граждандар категорияһына Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге торлаҡ биналарына газ үткәреүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында”ғы Указына ярашлы, халыҡҡа сертификат биреү дауам итә.

“2020 йылдан башлап һәм 2021 йылдың уҙған осоронда Башҡортостандың Торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу буйынса идаралығы 485 миллион һумға алты меңдән ашыу сертификат тапшырҙы“, – тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Республика Хөкүмәтенең был ярҙамы айырым төр граждандарға үҙ йорттарына газ үткәреү һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеген бирҙе.

Әлеге мәлдә быйыл ғинуарҙа ғариза биргәндәр өсөн сертификаттарҙың республика исемлеге раҫланды. Дөйөм суммаһы 15 миллион һум булған 215 сертификат Халыҡҡа социаль ярҙам буйынса республика үҙәгенә тапшырылған һәм артабан халыҡҡа таратыласаҡ.

Сертификат алыуға Башҡортостанда даими йәшәгән һәм торлаҡ йорт милексеһе булған йәки ошо милектә өлөшө һаҡланған “Ветерандар тураһында”ғы Федераль закондың 2-се статьяһының 1-се өлөшөндә күрһәтелгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, ошо уҡ Закондың 4-се статьяһында күрһәтелгән Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, инвалид бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләр хоҡуҡлы.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: