Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
7 Май 2022, 22:50

Баймаҡ ҡалаһы күркәмләнә

"Мин Баймаҡта тыуҙым һәм дөйөм алғанда бында өс йыл йәшәнем..."

Баймаҡ ҡалаһы күркәмләнә
Баймаҡ ҡалаһы күркәмләнә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров бөгөн Урал аръяғында эш сәфәрендә булды. Ул күп кенә социаль объекттар төҙөлөшөн ҡараны. Аҙаҡ социаль селтәрҙәрҙә был төбәк тураһында яҙма ҡалдырҙы.

"Мин Баймаҡта тыуғанмын һәм дөйөм алғанда бында өс йыл йәшәнем, мәктәптә уҡығанда ҡаршылағы дауаханаға эләгеүемде хәтерләйем. Баймаҡҡа балалар поликлиникаһы етешмәне, һәм хәҙер беҙ бында ошондай бина төҙөйбөҙ. Был ҡала һәм эргә-тирәләге райондар өсөн бик әһәмиәтле объект буласаҡ, беҙ уны заманса стандарттар буйынса йыһазландырасаҡбыҙ, сифатлы медицина хеҙмәтләндереүе өсөн бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итәсәкбеҙ. Һуңғы тапҡыр мин 18 февралдә төҙөлөш майҙансығында булдым һәм һуңғы 2,5 айҙа төҙөлөш тиҙлеге кәмемәне. Эш менән ҡәнәғәтмен. Дөйөм алғанда Баймаҡ күркәмләнә, матурая башланы, әммә был ғына етмәй, бында тағы ла иғтибарҙы талап иткән йүнәлештәр бар: төҙөкләндереү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф", - тип яҙҙы.

Фото vk.com/agnazarov?w=wall555400080_501%2Fall

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: