Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә халыҡтың социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәре менән эш итеү мәсьәләһе ҡаралды. Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская үткән аҙнала килгән инциденттар статистикаһын тәҡдим итте. Мөрәжәғәттәрҙең иң күбе – социаль хеҙмәтләндереү һәм халыҡты яҡлау, юлдарҙы тәртиптә тотоу, төҙөкләндереү.
Үткән аҙна буйынса аналитика шуны күрһәтә: иң ҙур үҫеш юлдарҙы тәртиптә тотоу буйынса - 855 мөрәжәғәт, был алдағы аҙнанан 232-гә күберәк. Шулай уҡ төҙөкләндереү буйынса ла үҫеш бар – 584 мөрәжәғәт (+46).
Елена Прочаковская белдереүенсә, социаль түләүҙәргә дәғүә иткәндәрҙән мөрәжәғәттәр һаны кәмей башлаған. Айырым алғанда, өс йәштән ете йәшкә һәм 8-ҙән 17 йәшкә тиклемге балалар пособиелары буйынса. Был аҙнала ошондай һорауҙарҙы 996 тапҡыр биргәндәр, алдағы аҙна менән сағыштырғанда 27-гә әҙерәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, дәүләт ярҙамына өстән ете йәшкә тиклемге балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр дәғүә итә. 2022 йылдың 1 апреленән, Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса, бындай ғаиләләр 8-ҙән 17 йәшкә тиклемге балалар өсөн дә айлыҡ пособие алыу мөмкинлегенә эйә.
Вице-премьер – финанс министры Лира Иғтисамова белдереүенсә, 2022 йылдың майына ҡарата республикала өстән ете йәшкә тиклемге 88,5 мең баланың ата-әсәһе 3,6 миллиард һумлыҡ түләүҙәр алған. 8-ҙән 17 йәшкә тиклемгеләр араһында 63 мең балаға, дөйөм алғанда, бер миллиард һум бирелгән.
"Социаль учреждениеларҙа кешеләр көнө-төнө эшләгәнен беләм. Ата-әсәләрҙән бик күп ғариза килә. Объектив сәбәптәр менән беҙ бер көн эсендә бөтәһенә лә яуап биреп бөтә алмайбыҙ. Шуға кешеләргә барыһын да матурлап аңлатырға кәрәк: ҡануниәткә ярашлы, түләмдәр 30 эш көнө эсендә башҡарыла. Шул уҡ ваҡытта уға кемдәрҙең дәғүә итеүен дә аңлатырға кәрәк", – тине Радий Хәбиров.
Башлыҡ Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына халыҡҡа аңлатыу эшен көсәйтергә ҡушты.
Үткән аҙнала “Инцидент-менеджмент” системаһы 4392 мөрәжәғәт теркәгән, был алдағы аҙна менән сағыштырғанда 496-ға күберәк. Система эшләй башлағаны бирле, 2018 йылдың октябренән, бөтәһе 519623 мөрәжәғәт теркәлгән.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.