Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
19 Июнь 2022, 14:00

Йәшәү хаҡы күпме?

Был күрһәткес ил төбәктәрендә йәшәгән халыҡтың йәшәү кимәлен асыҡларға ярҙам итә. Республика халҡы өсөн ул күпме тәшкил итә? 

Йәшәү хаҡы күпме?
Йәшәү хаҡы күпме?

Кешегә  айына аҙыҡ-түлек, йәшәү өсөн  тәү сираттағы кәрәк-яраҡ һатып алыу, коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн күпме аҡса кәрәк? Власть органдары ошо сумманы билдәләгән. Башҡортостанда апрель айына ҡарата ҡулланыу тауарҙары һәм хеҙмәттәр йыйылмаһы 18 704,9 һум тәшкил иткән. Был март айы менән сағыштырғанда 1,1 процентҡа күберәк , тиелә Росстаттың отчет докладында.

Рәсәй буйынса йыйылма хаҡы 20 081,6 һум тәшкил итә. Волга буйы федераль округы  буйынса – 18 199,2 һум. Иң юғары хаҡ Чукотка автономиялы округында –32 мең һумдан ашыу, иң түбәне Мордовияла – 17 144,1 һум. Был күрһәткес ил төбәктәрендә йәшәгән халыҡтың йәшәү кимәлен асыҡларға ярҙам итә. Иҫәпләгәндә аҙыҡ-түлектең – утыҙ, аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙарҙың – 41, хеҙмәттәрҙең 12 төрө алына.

Фото: Ufa.Time.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: