Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
29 Сентябрь 2022, 12:15

Әсәлек капиталы арта

Күпмегә?

Әсәлек капиталы арта
Әсәлек капиталы арта

 

Киләһе йылда әсәлек капиталын түләүгә 550 миллиард һумдан ашыу  аҡса бүленәсәк.  Индексация һөҙөмтәһендә  беренсе балаға әсәлек капиталы 589,5 мең һум һәм икенсе балаға 779 мең һум  тәшкил итәсәк, тип хәбәр итә хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков.

“Быйылдан башлап әсәлек капиталы ысынбарлыҡтағы инфляция кимәле буйынса индексациялана. Был индексация 2023 йылдың 1 февраленән башҡарыласаҡ. Бюджет проекты тарафынан, беренсе балаға әсәлек капиталы 65 мең һумға арттырылып, 589,5 мең һум, икенсе балаға  85,9 мең һумға арттырылып,  түләүҙәр 779 мең һум тәшкил итәсәк”,– тиелә министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте яҙмаһында.

 Әсәлек капиталы – “Демография” милли проектының Рәсәй ғаиләләрен дәүләт яҡлауы сараһы.  2007 йылдан был ярҙамға икенсе балалары тыуған йәки  икенсе баланы уллыҡҡа алған, шулай уҡ артабанғы балаһы тыуған ғаиләләр  эйә. 2020 йылдан әсәләк капиталы тәүге сабыйы донъяға килгән ғаиләләргә лә бирелә.

Фото: tass.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: