Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
5 Октябрь 2022, 11:00

Кеше ҡайғыһына битараф булмайыҡ

Ауыл халҡы ғүмер баҡый ярҙамсыллығы, башҡаларҙың хәленә инә белеүсәнлеге менән танылыу яулаған.

Кеше ҡайғыһына битараф булмайыҡ
Кеше ҡайғыһына битараф булмайыҡ

Баҡалы районында М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы өлөшләтә мобилизацияға ярашлы хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар өсөн гуманитар ярҙам ойоштора.

– Кем тәүгеләрҙән булып ярҙамға килде, мөһим эштән ситтә ҡалманы, барыһына ла ҙур рәхмәт! Беҙ бөтә донъяға беҙҙең өсөн сит бәләнең булмауын, үҙебеҙҙекеләрҙе ташламаясағыбыҙҙы тағы бер ҡат иҫкә төшөрҙөк, – ти ирекмәндәр.

Ауыл халҡы ғүмер баҡый ярҙамсыллығы, башҡаларҙың ҡайғыһына битараф булмауы менән танылыу алған. Изгелек күрһәтеү, кеше хәленә инә белеү, кесене - кесе, олоно оло итә белеү  – улар өсөн мәңгелек күркәм сифаттар.  

“Баҡалы таңдары” хәбәрселәре ирекмәндәр штабында булып, уларҙың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышҡан.

Фото: “Баҡалы таңдары” гәзите.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: