Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Краснокама районынан күп балалы матур ғаилә тураһында яҙҙы.
"Минең "Һоҡланғыс кешеләр тормошо" тигән рубрикамда - Краснокама районынан күп балалы ғаилә.
Гөлсирин Дербенева менән Айыс Маликов 40 балаға әсәй һәм атай. Улар ғаилә ҡорғанда һәр береһенең тәүге никахтан өсәр балаһы була. Һуңынан улар биш баланы уллыҡҡа, шулай уҡ тағы ла 29 баланы тәрбиәгә ала. Был ғаилә - республикабыҙҙа иң ҙурҙарҙың береһе.
Гөлсирин Фәйзулла ҡыҙы — ғаилә усағын һаҡлаусы. Уңайлылыҡ тыуҙыра, һәр балаһын йылылыҡ, хәстәрлек менән ҡарай. Шулай уҡ ул ифрат оҫта, ҡыҙҙарҙы ҡул эштәренә, аш-һыу әҙерләргә, сәскә, йәшелсә үҫтерергә өйрәтә.
Ғаилә башлығы Айыс Нәзиф улы күп балалы ғаилә өсөн иркен йорт төҙөгән. Ул балалар менән бергә умартасылыҡ, балта эше менән булыша, мал-тыуар, йылҡы аҫрай.
Малайҙар спорт секцияларына йөрөй, ҡыҙҙар – бейеү һәм вокал түңәрәктәренә. Олимпиадаларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар. Ҡаҙаныштар иҫәбендә – маҡтау грамоталары, дипломдар, миҙалдар. Былтыр улар "Йыл ғаиләһе" Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында "Ҙур ғаилә" номинацияһында еңеүгә өлгәшкән. Быйыл иһә үҙҙәренә "Ата-әсә ҡаһарманлығы" миҙалын тапшырҙыҡ.
Дербенев-Маликовтар ғаиләһе – күп милләтле. Унда урыҫтар, башҡорттар, татарҙар, мариҙар, сыуаштар тәрбиәләнә. Ата-әсәнең оло ҡаҙанышы — улар балаларҙа төрлө халыҡтарҙың йолаларына хөрмәт тәрбиәләй.
Ә бөгөн, Әсәйҙәр көнөндә, Гөлсирин Фәйзулла ҡыҙына һәм барлыҡ әсәйҙәргә рәхмәт әйтәм. Наҙығыҙ, аңлауығыҙ, игелегегеҙ, зирәклегегеҙ өсөн рәхмәт.
Барығыҙға ла тыныслыҡ, изгелек һәм бәхет теләйем!" – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фотолар Р. Хәбировтың сәхифәһенән.