Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ағымдағы йылдың 11 айы һөҙөмтәләре буйынса эш менән тәьмин итеүселәр араһында хеҙмәт мөмкинлектәре буйынса һорау алыу үткәргән.
Был сарала төбәктең ауыл хужалығы, сәнәғәт етештереүе, төҙөлөш, транспорт, элемтә өлкәләрендә эшмәкәрлек алып барған 800 компанияһы ҡатнашҡан. Һөҙөмтәләргә ҡарағанда, токарҙарға, электромонтерҙарға, водитель, тракторсы, агроном һәм малсыларға ҡытлыҡ кисерелә.
"Был һорау алыу үткәреүҙең төп маҡсаты итеп “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәктәре һәм эш менән тәьмин итеүселәр араһында бәйләнеште нығытыуҙы билдәләнек. Бынан тыш, халыҡ мәшғүллеген анализлау ҙа мөһим", – тип билдәләне ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Ошо уҡ һорау алыуҙа билдәле булыуынса, эш биреүселәр буласаҡ хеҙмәткәрҙәрен башлыса мәшғүллек үҙәктәрендә таба (24 процент), 17 проценты интернеттан эҙләһә, 12 процент киң мәғлүмәт сараларына мөрәжәғәт итә, ни бары 9,5 процент ҡына йәштәр араһында (юғары уҡыу йорттарында) ҡыҙыҡһына. Был компанияларҙың 2,3 проценты буласаҡ хеҙмәткәрҙәрен махсус уҡытып алыу юлы менән эшкә ҡабул итә.
Әйткәндәй, әлеге һорау алыу йыл аҙағына тиклем бара, унда теләгән һәр эш менән тәьмин итеүсе компания ҡатнаша ала.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте рәсми сайтынан.