Үҙ ғүмеремдә өс тапҡыр әсә кешенең сабыйынан баш тартыу осрағының шаһиты булырға тура килде. Ул саҡта, әллә йәшлек менән, әллә әле генә әсә булыу бәхетен кисереүҙән, был хәлгә нисектер тыныс ҡараған һымаҡ инем. Хәҙер, ваҡыты-ваҡыты менән, шул сабыйҙар ҡайҙа, яҙмыштары нисек икән, тип уйланып алам. Бөгөн улар ҙа минең балаларым кеүек еткән егеттәр һәм ҡыҙҙарҙыр инде...
“Үкенерһең, һуң булыр...”
...Ауыл ҡыҙы, 20 йәшлек Әлфинә менән бер палатала ятырға тура килде. Уның ике йәшлек улы бар. Ире менән тормошо баштан уҡ яҡшы булмаған. “Ҡәйнәм менән ҡайным үҙҙәренең иҫке йортон рәтләп, айырым сығарҙы, һыйыр ҙа бирҙе. Тик иремдең ғаилә, йорт мәшәҡәттәрендә бөтөнләй эше юҡ, иптәштәре менән йыйылышып эсергә ярата. Бәләкәй бала менән ҡышҡыһын мейескә яғырға утынһыҙ ултырған саҡтар ҙа булды. Ҡайным алып килеп ауҙарған утынды бысып, ярып ҡуйырға ла эшкинмәй. Шулай ыҙалыҡ менән үҙемсә йәшәп маташтым да, атайым янына ҡайтып киттем. Тик бына икенсегә ауырлы икәнемде һуң ғына белеп ҡалдым. Атай эргәһендә ике бала менән йәшәй алмам инде, сөнки үгәй әсәй бар”, – тип һөйләгәйне ул хәлен.
Әлфинә һау-сәләмәт, туптай икенсе малайын алыуҙан баш тартты. “Яңғыҙым ауылда нисек үҫтерермен? Ярҙам итер әсәйем дә юҡ”, – тип өҙгөләнде бисара. Табиптар бергәләп тә, айырым-айырым да һөйләште уның менән.
Процедура бүлмәһендә эшләгән асыҡ сырайлы, һәр саҡ йылмайып-көлөп йөрөгән оло ғына йәштәге шәфҡәт туташы ла көн дә тиерлек инә, Әлфинәнең янында ултырып, оҙаҡ итеп һөйләшә ине. “Бәлки, иптәшең менән арағыҙ яйланыр. Йәшәй башлағанда ундай ғына хәлдәр була инде. Ҡайның менән ҡәйнәң – яҡшы кешеләр, уларға таянырға, иреңә улар аша тәьҫир итергә тырыш”, – тип аҡыллы кәңәштәрен бирә. Баҡтиһәң, ауылдаштар икән. “Үкенерһең, ҡыҙыҡай, һуң булыр. Был аҙымды эшләһәң, ғүмер буйы иларһың...” – тип өгөтләп тә, йыуатып та һөйләшә торғас, Әлфинә ыңғайға килде.
Дауахананан яңғыҙы ғына бәпесен күтәреп ҡайтып киткән Әлфинәне табиптар ҡыуанып та, бер аҙ борсолоп та оҙатып ҡалды.
Ике ғүмер ҙә ҡотҡарылды, тик...
...Бер төндә бала табыу йорто ҡапыл “геү” килеп алып китте. Табиптар тегеләй ҙә, былай ҙа йүгерешә. Ниҙер булғанлығын аңлағайныҡ инде.
Унан алдағы көндә “Ашығыс ярҙам” Алина исемле 17 йәшлек мәктәп уҡыусыһын алып килгәйне. Был ҡыҙ ниндәйҙер ярамаған матдәне артыҡ ҡулланып ағыуланған булып сыҡты. Ул заманда наркотиктар ҡала йәштәре араһында ныҡ таралған мәл ине. Был ҡыҙ ҙа шул яман ғәҙәткә ылыҡҡан булдымы, әллә ошо ысул менән ауырынан ҡотолорға теләнеме – уныһы беҙгә ҡараңғы.
Табиптар Алинаға ярҙам күрһәтеп, хәлде яйлағайны. Әммә кискә табан хәле яҡшырған ауырлы ҡыҙ дауахананан ҡасып сыҡҡан һәм төн уртаһында тағы “Ашығыс ярҙам”да килтерелгән. Төнө буйы ҡыҙҙың үҙенең дә, балаһының да ғүмере өсөн көрәш барыуын иртәнсәк кенә белдек. Табиптарҙың тырышлығы менән ике ғүмер ҙә ҡотҡарып алып ҡалынды.
Бәпестәре менән ятҡан ҡатындар янына күсерелгән Алина, оҙон-оҙаҡ итеп ултырып, биҙәнеп-төҙәнеп алды. “Балағыҙҙы алып килергәме?” – тип ингән шәфҡәт туташына “нет” тип кенә яуап бирҙе. Ике-өс көн ятып хәл йыйған Алина, баланан баш тартыуы тураһында ғариза яҙып, бер ни булмағандай, дауахананан сығып китте. Табиптар, әлбиттә, был хәлде ҡыҙҙың ата-әсәһенә лә, уҡыған мәктәбенә лә еткергән. Мәктәп был осраҡта күрелергә тейешле сараларҙы күргәндер, ә бына олатай менән өләсәйгә лә яңы тыуған йән эйәһе кәрәкмәй булып сыҡты. Ауыр хәлдә тыуған сабый ҡыҙ бала табыу йортонда ятып ҡалды.
“Яҙмышына күнгән кеүектәр...”
...Бәләкәй ҡыҙым менән ятҡанда ла ташландыҡ бала яҙмышын күрергә тура килде. Студент ҡыҙ табып ҡалдырып киткән малай ине ул. Эргәләге генә бокста ята. Шул тиклем тыныс. Шешәнән һөт имә лә йоҡлап китә. “Ташландыҡтар ныҡ тыныс була. Ана, һеҙҙекеләр саҡ ҡына берәй нәмә оҡшамаһа, һөрән һала башлай, ә бындай сабыйҙар бөтөнләй икенсе, әйтерһең, тыуыу менән үҙҙәренә әҙерләнгән яҙмышҡа күнгән кеүектәр”, – тигәйне баланы ҡараған шәфҡәт туташы. “Был бәпәйҙе нимә эшләтәһегеҙ?” – тип һорашҡайным. “Ул ваҡытынан алда – ете айлыҡ булып тыуҙы. Шуға күрә тейешенсә ауырлыҡ йыйып, прививкаларын яһағас, сабыйҙар йортона оҙатабыҙ. Һау-сәләмәт тыуған ташландыҡ балаларға, ғәҙәттә, шунда уҡ яңы атай-әсәй табыла, хатта сиратҡа тороп алалар, ә бының ише сәләмәтлеге насарыраҡтарҙы уллыҡҡа алырға тырышмайҙар”, – тип аңлатҡайны шәфҡәт туташы.
Был малай бер айҙан ашыу ята ине. Шәфҡәт туташтары тиҙ генә инеп, йүргәген алмаштырып, яһалма һөт ҡойолған шешәне ауыҙына ҡаптыра ла сығып та китә. Бәпестәре булған ҡатындар ташландыҡты йәлләһә лә, хеҙмәткәрҙәр уны ҡулға алырға рөхсәт итмәй. “Ҡулға өйрәтмәгеҙ. Һеҙ сығып китһәгеҙ, уны кем ҡарай? Бәпес күтәреп йөрөһәк, эшебеҙҙе кем башҡара?” – ти торғайнылар.
Эргәлә генә ятҡас, мин дә оҙаҡ итеп ҡарап тороуымды иҫләйем. Ошо бәләкәй генә йән эйәһендәге йәшәүгә ынтылышҡа хайран ҡалырлыҡ! Асыҡһа, эргәһендә уңайлы итеп урынлаштырылған һөтлө шешәнең имеҙлеген үҙе табып ҡаба белә ине ул.
Ул балалар хәҙер егет һәм ҡыҙ булып үҫеп еткәндәрҙер. Ә бына уларҙы бала табыу йортонда ҡалдырып киткән “әсә” тигән бәндәләр нимә уйлап йәшәй, ошо сабыйҙары иҫтәренә төшәме икән? Ҙур Ер шарының бәләкәй генә бер мөйөшөндә минең балам йәшәйҙер, тигән уй инеп сығамы икән баштарына?
Фото: www.asi.org.ru