2023 йылдың 1 ғинуарынан бала табыу һәм уны тәрбиәләү буйынса берҙәм пособие бирелә башлай. Ул бөгөн ғәмәлдә булған биш ярҙам сараһын – йөклөлөктөң иртә срогында медицина ойошмаһына иҫәпкә торған ҡатынға ай һайын түләнгән пособиены; беренсе баланың тыуыуы (уллыҡҡа алыныуы) менән бәйле өс йәшкә тиклемге ай һайын бирелгән түләүҙәрҙе; өсөнсө йәки артабанғы баланың өс йәшенә тиклемге ай һайын бирелгән түләүҙәрҙе; өстән ете йәшкә тиклемге ай һайын бирелгән түләүҙәрҙе; һигеҙҙән 17 йәшкә тиклемге ай һайын бирелгән түләүҙәрҙе үҙ эсенә ала.
Бөгөн ошо хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова, Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге директоры урынбаҫары Эльвира Ғәбдрәхимова һәм Рәсәй Пенсия фонды төбәк бүлексәһенең бүлек етәксеһе Лилиә Агишева һөйләне.
- 2023 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә ғәмәлдә буласаҡ берҙәм пособие балалары булған ғаиләләргә башҡа федераль һәм төбәк ярҙам сараларының ҡыҫҡартылыуына килтермәйсәк. Яңы универсаль пособие балалары булған ғаиләләргә ҡатындың йөклөлөгөнән алып балаға 17 йәш тулғансы түләүҙәрҙе берләштерәсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Ольга Кабанова. – Шул уҡ ваҡытта балалары 2022 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған ата-әсәләр пособиены элекке ҡағиҙәләр буйынса алыу хоҡуғына эйә йәки универсаль пособиеға күсә ала. Мәҫәлән, бер ғаилә беренсе бала өсөн түләүҙәр ала икән, уларҙы алыуҙы өс йәшкә тиклем дауам итә ала.
Закон үҙ көсөнә 1 ғинуарҙан инә, әммә ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталында 28 декабрҙән яҙырға мөмкин, тиелде сарала.
Фото: mirtesen.ru