“Бөтә Өфө” телеканалы һәм “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының “Беҙҙең өйҙөң ҡыуанысы” проекты “Көмөш йәйәсе” милли премияһы финалына сыҡты. Программа бер юлы ике “Хәйриә” һәм “Социаль проекттар” номинацияларында финалға сыҡты. “Беҙҙең өйҙөң ҡыуанысы” проекты һөҙөмтәһендә дүрт йыл эсендә 55 бала ғаиләгә урынлаштырылған. 90-дан ашыу ролик ҡала телеканалында һәм социаль селтәрҙә сыҡҡан. Балалар тарихтарын билдәле ижтимағи эшмәкәрҙәр, сәйәсмәндәр, артистар, ҙур ойошмалар етәкселәре һөйләй. Һәр береһенең яҙмышын опека органдары ғына түгел, төшөрөү төркөмө лә күҙәтә.
Был тарих 2019 йылдың 10 ғинуарында “Аксаков шыршыһы”нда башланды. Ул ваҡытта тотош Башҡортостандан йыйылған инвалид балаларға донъя табибы Леонид Рошаль килгәйне. Республика Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова: “Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм бәләкәстәрҙе тиҙерәк ғаиләләргә урынлаштырыу өсөн роликтар эшләү идеяһы бар”, - тип ҡыҙыҡһынды. Леонид Михайлович Каринэ Михайловнаның идеяһын хупланы: “Был проект ярҙамында бер генә бала булһа ла ғаиләгә алынһа, һөҙөмтәгә өлгәшәсәкһегеҙ”. Баҡтиһәң, Рошалдең атаһы һуғыштан һуң етем ҡалған һәм ул ғүмер буйы бер кемдең дә уны балалар йортонан алмауына борсолған.
Роликтарҙа Яна Чурикова, Дмитрий Дибров, Юрий Шевчук, Михаил Шуфутинский, Ләйсән Үтәшева, «312-се ҡала», «На-на» төркөмдәре, актёрҙар Сергей Шакуров, Игорь Угольников һәм илдәге башҡа билдәле кешеләр төшкән.
“Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды Башҡортостанда бер нисә социаль йәһәттән әһәмиәтле проект алып бара. Улар – “Аксаков шыршыһы”, “Бәләкәй принцессалар балы”. “Үҫеш нөктәһе” – үҫмерҙәр өсөн мәғариф проекты. “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы – төрлө йәштәге гүзәл зат вәкилдәре өсөн консультациялар майҙансығы.