Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Февраль 2023, 11:00

"Айыҡ ҡатын" проектына йомғаҡ яһалды

Етмештән ашыу ата-әсә эскелектән дауаланып, балаларын ғаиләгә ҡайтарыуға өлгәшкән.

"Айыҡ ҡатын" проектына йомғаҡ яһалды
"Айыҡ ҡатын" проектына йомғаҡ яһалды

Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә ойошторолған "Айыҡ ҡатын" проектына йомғаҡ яһалған. Уҙған йылды старт алған был эш йыл дауамында райондың бөтә биләмәләрен урап сыҡҡан.

Хәйбулла районында алкоголизмға бирелеп, ауыр тормош хәленә ҡалған 100-гә яҡын ғаилә иҫәпләнгән булһа, уҙған өс йылда районда ете тиҫтәнән ашыу ата-әсә эскелектән дауаланыу үткән. Шуларҙың күбеһе айыҡ тормош башлап, ғаиләнән алынған балаларын ҡайтарыуға өлгәшкән. Шул ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер нисәүһе "Айыҡ ҡатын" проекты осрашыуҙарына саҡырылған.

Эскелектең тормошта ниндәй аяныслы эҙемтәләргә килтереүе хаҡындағы ҡыҫҡа метражлы тетрәндергес «Быйма» фильмын ҡарау, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү һәм проблеманы медицина, дин, йәмғиәт күҙлегенән сығып хәл итеү юлдары барланған был сарала.

Осрашыуҙа Баймаҡ, Йылайыр һәм Бөрйән райондарының "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыусы ауыл вәкилдәре лә булып, хәйбуллаларҙың ошо юҫыҡтағы тәжрибәһен өйрәнде. Тимәк, хәйбуллаларҙың башланғысы туҡтап ҡалмай, ҡатын-ҡыҙ эскелеген бөтөрөү, сәләмәт быуын тәрбиәләүгә ниәтләнгән изге эш артабан да дауам итәсәк.

Район хакимиәте, опека һәм попечителлек бүлеге, "Ғаилә" хеҙмәте белгестәре һәм ирекмәндәрҙән торған ойоштороусыларҙың теләге бер: айырым ауылдар ғына түгел, тотош райондар айыҡлыҡ биләмәһенә әйләнһен ине.

Мәғлүмәт һәм фотолар: vk.com/club207714147, vk.com/id76180520

 

"Айыҡ ҡатын" проектына йомғаҡ яһалды
"Айыҡ ҡатын" проектына йомғаҡ яһалды
"Айыҡ ҡатын" проектына йомғаҡ яһалды
"Айыҡ ҡатын" проектына йомғаҡ яһалды
"Айыҡ ҡатын" проектына йомғаҡ яһалды
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: