Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
22 Март 2023, 20:10

Етемдәрҙең мәнфәғәте яҡлана

Һүҙ торлаҡ тураһында бара.

Етемдәрҙең мәнфәғәте яҡлана
Етемдәрҙең мәнфәғәте яҡлана

Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында беренсе уҡыуҙа закон проекты ҡаралған. Ул 23 йәше тулған, эш тапҡан, ғаилә ҡорған етемдәргә ҡағыла. Тик улар закон проекты тарафынан үҙгәрештәр индерелгәнгә тиклем торлаҡҡа мохтаж булғандар исемлегендә торған булырға тейеш. Был 70 мең тирәһе кешене торлаҡ менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.

Закон проекты тарафынан был категория граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү формаларын киңәйтеү ҡарала, тип хәбәр итте Рәсәй Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте. Уларға шәхси милеккә торлаҡ һатып алыу йәки торлаҡ бинаһын һатып алыу өсөн алынған ипотека кредиты өсөн түләүгә сертификат биреү тәҡдим ителә. Был сумма кимәле яҡынса 2 миллион 759,9 мең һум булыр тип көтөлә. Торлаҡ бинаһының минималь нормаһы һәм түләүҙәр Рәсәй Федерацияһы төбәктәре тарафынан арттырылырға мөмкин, ә кәмергә тейеш түгел. Етем балаларҙы мутлашыусыларҙан яҡлау өсөн башҡарма власть органдары аҡсаны фатирҙы һатҡан кешенең үҙенең иҫәбенә йәки кредит ойошмаһына ипотеканы ҡаплау өсөн күсерәсәк.

Фото: novochvedomosti.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: