Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
27 Сентябрь , 09:00

“Өмөт тә итмәгәйнем”

Ул дуҫ-иштәре аша үҙ эшеңде асыу, матди хәлеңде яҡшыртыу, эш сифатын күтәреү өсөн яңы мөмкинлек булыуы хаҡында ишетә...  

“Өмөт тә итмәгәйнем”
“Өмөт тә итмәгәйнем”

Бөрөлә йәшәгән фельдшер Татьяна Коновалова социаль контракт ярҙамында хыялын тормошҡа ашыра алды. Ул Бөрө медицина колледжын тамамлағандан һуң массаж яһау менән шөғөлләнә башлай. Һәр сеанстан һуң пациенттарына мөһим кәңәштәр бирә, ауыртыуҙы баҫыу серҙәре менән уртаҡлаша.

 Ул дуҫ-иштәре аша үҙ эшеңде асыу, матди хәлеңде яҡшыртыу, эш сифатын күтәреү өсөн яңы мөмкинлек булыуы хаҡында ишетә. Татьяна Александровнала социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыу уйы көндән-көн нығына һәм ул ...тәүәккәлләй.

Был ваҡытҡа фельдшер массаж курстарын тамамлай һәм үҙ студияһын булдырыу хаҡында хыяллана.

–Мин документтарымды Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалына тапшырҙым. Ғүмер буйы үҙемә генә ышанып йәшәгәс, мөғжизәгә өмөтләнмәнем дә. Эксперт комиссияһы бизнес-проектымды хуплағас, бик шатландым. Был бит баһалап бөткөһөҙ ярҙам! Шулай итеп, минең хыялым тормошҡа ашты, – тип һөйөнә Татьяна Коновалова.

Фото: https://vk.com/mintrudrb

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: