-7 °С
Ҡар
2024 йылдың 24 сентябрендә Нефтекама ЗАГС-ында 1000-се баланың тыуыуы теркәлгән. Был матур ваҡиға ишле ғаиләлә булған. Рита Хәлил ҡыҙы менән Рәмил Фәнүс улы Ғәлиевтәр ғаиләһендә өсөнсө бала – улдары Ратмир – донъяға килгән.
Нефтекама хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Фазлыев бәхетле ата-әсәне тәбрикләгән һәм баланың беренсе дәүләт документын – тыуыу тураһындағы таныҡлыҡты – тапшырған.
Сығанаҡ, фотолар: Нефтекама ҡала хакимиәте.