-6 °С
Болотло
Рәсәйҙә Әсәлек капиталы индексациялана. Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Антон Котяков белдереүенсә, беренсе бала өсөн ул 46 мең һумға һәм икенсе бала өсөн 61 мең һумға артасаҡ.
Шулай итеп, беренсе балалары тыуған кешеләр киләһе йылда 677 мең һум, икенсе балалары тыуғандар (әгәр беренсеһе өсөн алмаған булһа) – 894 мең һум аласаҡ.
Антон Котяков белдереүенсә, 2025 йылда Әсәлек капиталы менән миллион самаһы кеше файҙаланасаҡ.