Мәктәп ашханаларыбыҙ ил кимәлендәге конкурстарҙа ла алдынғылыҡты яулай. Был иһә балалар өсөн туҡланыу кимәленең яҡшы ойошторолоуы тураһында һөйләй.
Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала яҙмаһы менән уртаҡлашты.
- Мәктәптәге туҡланыу бик мөһим. Айырыуса балалар уҡыу йортонда көн дауамында булһа, сөнки уҡыуҙан тыш уларҙың түңәрәктәре, факультативтары бар. Көнө буйы бутербродта йөрөп булмай. Шуға ла Башҡортостанда был һорауға талаптар юғары. Дүртенсе йыл рәттән республикабыҙ мәктәптәре сифатлы һәм хәүефһеҙ мәктәп туҡланыуы ойоштороу өсөн һөҙөмтәле шарттар тыуҙырылыуын дәлилләй. Бөгөн Саранск ҡалаһында “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2024” 4-се Бөтә Рәсәй конкурсының еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһында Благовар районының Языково ауылы ашханаһы Рәсәйҙең ауыл мәктәптәре араһында 2-се урын яуланы. Ул федераль этаптың һынауҙарына бирешмәне, Рәсәйҙең 74 төбәгенән 109 иң яҡшы команданы үтеп китте. Был мәктәпте туҡландырыу менән “ОптТорг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәьмин итә. “Мәктәп ашханаһының иң яҡшы ашнаҡсыһы” номинацияһы призерын да әйтеп үткем килә. Өфө ҡалаһының 1-се лицейынан Татьяна Харитонова илдең барлыҡ ашнаҡсылары араһында 3-сө урын яуланы.
Бөгөн республикабыҙ мәктәптәре һәм балалар баҡсаларында 700 меңдән ашыу бала үҫеү өсөн кәрәкле булған сифатлы һәм тәмле аҙыҡ менән туҡлана. Мәктәп туҡланыуы мәсьәләһе системалы, ҡатмарлы һәм мөһим. Беҙ сифат өсөн генә борсолмайбыҙ, аҙыҡтың балаларға оҡшауы ла әһәмиәтле, - тиелә яҙмала.
Фото: Андрей Назаровтың сәхифәһенән.