Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
8 Февраль , 23:05

Башҡортостанда был исемгә һигеҙ әсә лайыҡ булған!

Хәҙерге ваҡытта беҙҙә ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 60 ғаилә бар... Күп бала тәрбиәләп үҫтергән әсәләр бер миллион һумлыҡ түләүҙән тыш, башҡа өҫтөнлөктәрҙән дә файҙаланасаҡ.

Башҡортостанда был исемгә һигеҙ әсә лайыҡ булған!
Башҡортостанда был исемгә һигеҙ әсә лайыҡ булған!

Һуңғы йылдарҙа Рәсәй дәүләте күп балалы ғаиләләрҙе яҡлау буйынса юғалтылған традицияларҙы әүҙем тергеҙеүен дауам итә. Шуларҙың береһе 2022 йылда “Герой-Әсә” исемен ҡайтарыу булһа, икенсеһе – 2025 йылда ошо ҡыйыу ҡатындар өсөн Хеҙмәт Геройҙары льготаларына торошло социаль гарантиялар булдырыу. Ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләп үҫтергән әсәләр бер миллион һумлыҡ түләүҙән тыш, башҡа өҫтөнлөктәрҙән дә файҙаланасаҡ.

Был юғары исем тәүге тапҡыр Советтар Союзында 1944 йылда күп балалы ғаиләләрҙе дәртләндереү маҡсатында булдырылғайны. Бөйөк Ватан һуғышында миллионлаған халҡын юғалтҡан ил өсөн демографик күрһәткестәрҙе ҡайтарыуҙа мөһим сара ине ул. Юғары исем өсөн матди түләү ҡаралмаһа ла, орден һәм грамоталар менән әсәләрҙе наградлау ҙур әһәмиәткә эйә ваҡиға булды. Хәҙер “Герой-Әсә” беҙҙең илдә иң юғары исем һанала. Был дәүләт наградаһы менән Башҡортостанда йәшәгән һигеҙ әсәнең бүләкләнеүенә шаһитбыҙ һәм ғорурбыҙ.

Рәсәй Президенты Указы менән ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн Балтас районынан Альбина Хәйҙәршина, Туймазы районынан Тәнзилә Шәрипова, Күмертау ҡалаһынан Альбина Корнилова, Ҡырмыҫҡалы районынан Рауза Сафина, Дәүләкән ҡалаһынан Гөлназ Ҡорманаева, Ауырғазы районынан Вера Иванова, Благовещен районынан Ольга Фатеева, Көйөргәҙе районынан Фаягөл Абдуллина ”Герой-Әсә” исеменә лайыҡ булды. Әйткәндәй, Фаягөл Абдуллина - республикала юғары наградаға лайыҡ булған әсәләрҙең һигеҙенсеһе, дүрт ул һәм алты ҡыҙҙарын ире Илгиз Абдуллин менән яҡшы тәрбиәләгәне өсөн “Әсәлек даны” миҙалы менән дә наградланған. Фаягөл Фаил ҡыҙы – почта элемтәһенең ауыл бүлексәһе начальнигы, тормош иптәше – технологик торба үткәргестәр монтажсыһы.

Быйыл бер Герой әсәнең ун икенсе сабыйға тормош бүләк итеүенә бөтә республика халҡы шатланғандыр. Гөлназ һәм Айнур Ҡорманаевтарҙы балаларының уңыштары, ынтылыштары йәшәү өсөн көс-дәрт бирә. Ата-әсәләренә ярҙам итеүҙән тыш, барыһы ла яҡшы уҡый, алтын миҙалға лайыҡ булғандары, спортта уңыш яулағандары, фән менән мауыҡҡандары ла бар. Күп балалы әсәнең, тормош мәшәҡәттәренә ҡарамай, йәмәғәт эштәре менән мәшғүл булыуы, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуы һоҡланыу тыуҙыра. Ғаилә “Ата-әсәлек фиҙакәрлеге” миҙалы менән дә бүләкләнгән. Йорттарында бәхет, һөйөү хакимлыҡ иткән татыу ғаиләгә именлек теләйбеҙ.

Благовещен районында ун бер бала тәрбиәләгән Ольга һәм Антолий Фатеевтар ғаиләһе йәшәй. Ете ул һәм дүрт ҡыҙға ғүмер биргән ата-әсә өсөн һәр бала - көтөп алынған шатлыҡ. ”Ҙур ғаиләбеҙ булыр тип уйламағайныҡ та, әммә Хоҙай бүләк иткән һәр сабыйҙы теләп ҡаршы алдыҡ, хәҙер һөйөнөп туя алмайбыҙ”, ти ғаилә башлығы.

Герой әсәләрҙең береһе Рауза Сафина Ҡырмыҫҡалы районында тормош иптәше Илдар Таһиров менән 11 бала тәрбиәләй, ә Ауырғазы районынан пенсионер Вера һәм Алексей Ивановтар ун балаға ғүмер биреүҙән тыш, 15 ейәнгә һәм ике бүләгә олатай-өләсәй ҙә булған. Күмертау ҡалаһынан Альбина һәм Александр Корниловтар ғаиләһе ун бала тәрбиәләй.

Туймазы районында бына тигән күркәм ғаилә ҡороп, 12 баланы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырған, һәр береһенә белем биргән Тәнзилә һәм Ринат Шәриповтар ҙур хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ. Хәҙер инде профессия алып, илдең төрлө мөйөштәренә таралышҡан балалары үҙҙәре ғаилә ҡороп, сабыйҙар үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы хәҙер уларҙың араһында юҡ... Өләсәй һәм олатайҙың 19 ейәне бар! Әсә II һәм III дәрәжә “Әсәлек даны” ордены менән наградланған. Хәҙер инде ул әсәлектең иң юғары исеменә лайыҡ.

Альбина Фәнил ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалына 2015 йылда лайыҡ була, ул – республикала”Герой-Әсә” исемен алған күп балалы өсөнсө әсә. Балтас районында йәшәгән Альбина Хәйҙәршина – Башҡортостанда был юғары исемгә лайыҡ булған күп балалы әсәләрҙең беренсеһе, ә Рәсәйҙә – унынсыһы.  Альбина һәм Венер  Хәйҙәршиндар ғаиләһе 2013 йылда “Ата-әсәлек даны” ордены менән наградлана, бер йылдан уларға автомобиль тапшырыла.

Башҡортостанда хәҙерге ваҡытта ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 60 ғаилә булыуы билдәле. Ул һәм ҡыҙҙарҙы ил өсөн файҙалы шәхес итеп үҫтереү, тормошҡа аяҡ баҫтырыу, һөнәрле итеү ауыр, яуаплы хеҙмәт икәнен аңлайбыҙ. Тап ғаилә мөхитендә төрлө яҡлап шәхес формалаша, донъяға ҡарашы, әхлаҡи йүнәлештәре билдәләнә, яҡындарың тураһында хәстәрлек күреү, Ватанға һөйөү, уның яҙмышына битараф булмау сифаттары нығына. Былтыр ғаилә йәмәғәт абруйын һәм юғары статусын күтәрһен һәм аҡлаһын өсөн илебеҙҙә һәм республикабыҙҙа күп эш башҡарылды. Юғары исемгә лайыҡ булыу өсөн ниндәй мөһим шарттарҙы үтәү кәрәк? Рәсәй гражданы булыуҙан, кәм тигәндә ун бала табып тәрбиәләүҙән тыш, ғаилә сәләмәт тормош алып барырға, балалары тураһында тейешле хәстәрлек күрергә һәм социаль яуаплы булырға тейеш. Һуңғы пункт аҫтында түбәндәгеләрҙе аңларға кәрәк: ата-әсәнең рәсми никахта тороуы, ғаиләлә хоҡуҡ боҙоусылар, наркологта иҫәптә тороусылар булмауы, ир менән ҡатындың ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителмәүе шарт. Балаларҙың һәйбәт уҡыуы, түңәрәктәрҙә, конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашыуы ла иҫәпкә алына. Юғары исемгә лайыҡ булған әсәләргә йыл һайын 1 февралдә мотлаҡ индексацияланасаҡ 72,4 мең һумлыҡ айлыҡ түләү ҡаралған. Шулай уҡ Хеҙмәт Геройҙары өсөн билдәләнгән льготаларға ла улар эйә буласаҡ.

Статистикаға ҡарап, ысынбарлыҡты күҙ алдына килтереп була. “Герой-Әсә” исеме 2022 йылда тергеҙелгәндән һуң уны Рәсәйҙә 118 ҡатын алды. Тәүге йылда ни бары туғыҙ, 2023 йылда – 38, 2024 йылда 71 әсә юғары исемгә лайыҡ булды. Тәү ҡарашҡа үҫеш бик ҙур кеүек, тик был һандар беҙҙең йәйрәп ятҡан икһеҙ-сикһеҙ ил өсөн бер һыу тамсыһындай ғына. Шуға күрә ил етәксеһенең ғаилә нигеҙҙәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, айырыуса ишле ғаиләргә иғтибарҙы арттырыуға йүнәлеш алыуы бик ваҡытлы сара, сөнки ҙур, татыу ғаилә – ил, йәмғиәт өсөн, ысынлап та, ныҡлы, ҡеүәтле ҡалҡан.

Динә Арыҫланова.

Фото: шәхси архивтан.

.

 

Башҡортостанда был исемгә һигеҙ әсә лайыҡ булған!
Башҡортостанда был исемгә һигеҙ әсә лайыҡ булған!
Башҡортостанда был исемгә һигеҙ әсә лайыҡ булған!
Башҡортостанда был исемгә һигеҙ әсә лайыҡ булған!
Башҡортостанда был исемгә һигеҙ әсә лайыҡ булған!
Башҡортостанда был исемгә һигеҙ әсә лайыҡ булған!
Башҡортостанда был исемгә һигеҙ әсә лайыҡ булған!
Башҡортостанда был исемгә һигеҙ әсә лайыҡ булған!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: