

Донъяға балаларса ихласлыҡ менән йылмайып баҡҡан, бәләкәй генә нимәнән дә ҙур ҡыуаныс тапҡан кешеләр һәр саҡ һоҡланыу тойғоһо уята. Көндәлек тормошта кире тойғоларҙың ыңғай хистәрҙән өҫтөнлөк алыуына юл ҡуймай ундайҙар. Ниндәй генә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тормоштарынан йәм һәм тәм табып, бәхетле итеп йәшәй беләләр. Һүҙебеҙ – 22 йыл бергә ғүмер итеүсе һәм биш бала тәрбиәләүсе Лилиә менән Илнур Ғәниевтәрҙең өлгөлө ғаиләһе тураһында.
Ихатала “Ҡояш” күренде...
Ишембай районының Нефтсе биҫтәһендә урынлашҡан Ғәниевтәрҙең йортона барып ингәндә ғаилә башлығы Илнур һәм оло улдары Камил ихатала эш менән булыша ине. Камил, “ҡояш балаһы”, һаулыҡ ҡушыуыма ҡыйыу һәм ихлас яуап бирҙе. “Хәлдәр нисек? Эштәр барамы?” тип һорағас, ике ҡулын йәйеп: “Бы-на-а күпме эш эшләнек”, – тип йылмайҙы.
Болдорҙа баҫып торған балаларҙың әсәһе Лилиә менән йорт эсенә уҙҙыҡ. Унда Ғәниевтәрҙең кеселәре Шамил менән Әминә үҙ эштәре менән мәшғүл ине. Малай менән ҡыҙыҡай үҙ-ара мәж килгәнсе, хужабикә ғаилә тарихына байҡау яһап, бала сағын да иҫкә төшөрөп алды.
...Атаһы Рәйес фажиғәле һәләк булғас, әсәһе 27 йәшендә генә ике ҡыҙы менән тол ҡала. Йәмилә апайҙы ауыр ҡайғы һәм сир бөтөнләй аяҡтан йыға – әсәләрен бала һымаҡ йыуындырыу, ашатыу ҡыҙҙар өҫтөндә була. Әсәләре түшәктә ятҡан көйөнсә ымлап булһа ла Лилиә менән Рәсимәне бөтә эшкә өйрәтә, уларҙы буласаҡ уңған хужабикәләр итеп күрергә теләй. Улар хатта икмәкте лә өйҙә үҙҙәре һалырға өйрәнеп ала.
Яҙмыш Лилиәне буласаҡ тормош юлдашы Илнур менән уртаҡ дуҫтарында ҡунаҡта осраштыра. Тәү күреүҙән ғашиҡ булған егет бер аҙнанан һуң ҡыҙҙы эҙләп таба. Лилиәнең дә егеткә ҡарата хис-тойғоһо ихлас булып сыға, ул бының ысын мөхәббәт икәнен аңлай.
Түбәнге Әрмет ауылында Миләүшә һәм Фәнир Ғәниевтәр ғаиләһендә өс бала араһында уртансыһы булып үҫкән Илнур ышаныслы егет күренә – армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан, ҡалала эшләп йөрөй. Уның атаһының да колхозда эш ваҡытында ғүмере фажиғәле өҙөлгән. Бәлки, ошо атайһыҙлыҡ михнәттәре ике йәш йөрәкте бер-береһенә нығыраҡ яҡынайтҡандыр, артабан бергә булып, ныҡлы ҡәлғә төҙөргә көс биргәндер? Ни тиһәң дә, танышыуҙарына ике аҙна тигәндә бер-береһен күҙ ҡарашынан, тын алышынан аңлап торған йәштәрҙең никахы ла, туйы ла бер көндә үтә.
– Телевизорҙан ишеткәнме, әллә гәзиттән уҡығанмы икән, ауырып ятҡан әсәйем: “Аҙна башында йәки дүшәмбелә никахлашҡандарҙың ғаилә ғүмере оҙон була”, – тип әйтте. Шулай итеп, беҙ Түбәнге Әрметтә 2004 йылдың 26 апрелендә, йәғни дүшәмбе көндө, никахлаштыҡ һәм ЗАГС-та яҙылыштыҡ, – тип иҫкә алды Лилиә.
Ирле-ҡатынлы Ғәниевтәрҙең мөхәббәт емеше – оло улдары Камил 2005 йылдың 14 февралендә йәки Ғашиҡтар көнөндә донъяға килә. Бала Даун синдромы менән, йәғни “ҡояш балаһы” булып тыуыуға ҡарамаҫтан Лилиә менән Илнур ауырлыҡтар алдында ҡурҡып ҡалмай, унан баш тартыу тигән уй бөтөнләй булмай. Бөгөн Камилға 21 йәш һәм ул – уңған, ипле, алсаҡ күңелле бала. Уның шундай булып үҫеүендә, әлбиттә, тәү сиратта, ата-әсәнең тырышлығы һәм түҙемлеге ята.
Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа
2006 йылда Ғәниевтәрҙең ғаиләһендә, Камилға иш булып, ҡыҙҙары Юлиә донъяға килә. Ғөмүмән, балалар тураһында һүҙ йөрөткәндә уларҙы бер-береһенән айырырлыҡ түгел, улар бер бөтөндө хасил итә. Малай тап һеңлеһенә ҡарап үҫешә: өндәр, һүҙҙәр әйтергә, артабан һөйләшергә лә өйрәнә.
Буй еткерә төшкәс, Камилды 21-се “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына йөрөтәләр, ундағы белгестәрҙең уҡытыу алымдары, дауаланыу ысулдары, заманса ҡорамалдар менән шөғөлләнеү үҙен һиҙҙермәй ҡалмай. Был белем биреү учреждениеһында алған тәжрибә артабан коррекция мәктәбендә уҡыу өсөн этәргес була.
– Мәктәптәге тәүге йыл еңелдән булманы. Камил кешеләрҙән ҡурҡа, парта аҫтына йәшенә торғайны. Беҙ хатта уға үҙен бәләкәй өй эсендә тойһон һәм тыныс булһын өсөн палатка ла ҡороп ҡуйғайныҡ, – тине уның әсәһе. – Ул – парталарҙың береһендә, мин икенсеһендә ултырып дүрт йыл буйы бергә уҡыныҡ. Ҡатмарлыраҡ диагнозлы балаларҙы икенсе класҡа айырып ултыртҡанда ла, мин улымды үҙенең класында ҡалдырыуҙы һораным. Тик берҙәм көс менән генә Камилдың һанарға, хәреф танып, һүҙҙәр уҡырға өйрәнеүенә өлгәштек. Ауыр булмаған мәсьәләләрҙе лә сисә белә. Был – бик яҡшы күрһәткес.
Камил тағы сюжетлы-ролле уйындар уйнарға ярата, мозаика ҡора, “Lego”нан төрлө ҡоролмалар төҙөй, телевизорҙан, компьютерҙан спортсыларҙың ярышын ҡарай, күнекмәләрен ҡабатлай.
Камилдың игеҙәк һымаҡ бергә уйнап үҫкән һеңлеһе Юлиә хәҙер студент инде. Ул 2-се башҡорт гимназия-интернатында уҡып, 9-сы класты уңышлы тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Өфө фән һәм технологиялар университеты колледжында IV курста башланғыс кластар уҡытыусыһы белгеслеге буйынса уҡып йөрөй. Уҡыу практикаһын туған гимназияһында үтә. Уҡытыусылыҡ һәләте тәбиғәттән бирелгән һәм балалар менән уртаҡ тел таба белгән ҡыҙҙы бында эшкә көтәләр.
Юлиәнең уҡытыусы булыу теләге балалар баҡсаһына йөрөгән осорҙан уҡ. Бәләкәйҙән әсәһенең Камилды хәстәрләп тәрбиәләүен күреп үҫеү, ҙурая килә уға ярҙамсы булараҡ яуаплылыҡ тойоу ҙур тәжрибә бирә. Бына ҡайҙа ята ул хыялдың орлоғо.
Ҡыҙ мәктәптә уҡығанда ла ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Ғилми конференциялар, олимпиадаларҙан тыш, Балалар сәнғәт мәктәбен фортепиано буйынса ҡыҙыл таныҡлыҡҡа тамамлай.
Ғәниевтәрҙең өсөнсө балалары – ҡыҙҙары Ирина – 2008 йылда донъяға килгән. Ул да апаһына оҡшап тырыш, уңған. Ижад менән ҡыҙыҡһына. Мәктәп йылдарында бейеүгә, театрға шөғөлләнергә йөрөгән була. 2-се башҡорт гимназия-интернатын алтын миҙалға тамамлап, артабан Өфө фән һәм технологиялар университетының Информатика, математика һәм робот техникаһы институтына “Математика һәм компьютер фәне” йүнәлеше буйынса уҡырға инә.
I курста уҡып йөрөгән Ирина студент тормошо менән ҡайнап йәшәй, төркөм старостаһы булараҡ, төрлө сараларҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, ирекмәнлек менән шөғөлләнә.
Әйткәндәй, йәш ҡыҙ дин юлында, биш намаҙын да ҡалдырмай уҡып бара. Ураҙа айында Өфөлә урынлашҡан “Ғуфран” мәсетенә ифтар мәжлестәре ойошторорға ярҙам итергә йөрөй. “Бәрәкәт” мосолмандар кафеһында оҫталыҡ дәрестәре үтеп, күп кенә ҡул эштәренә өйрәнә.
Туғыҙ йылдан, 2017 йылда, Ғәниевтәр ғаиләһен ҡыуандырып, Шамил донъяға килә. Малай 2-се башҡорт гимназия-интернатында II класта белем ала. Ул да Ирина кеүек математика фәнен, театрҙы ярата. 2020 йылда Шамилға иптәшкә Әминә тыуа. Ҡыҙыҡай балалар баҡсаһына йөрөй, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Ғаиләнең уртаҡ ҡаҙаныштары
Күп балалы әсәй булараҡ, тәжрибәле Лилиә мәктәп тормошонан да ситтә ҡалмай. Балаларҙың ололары уҡып сыҡҡанға тиклем ул ата-әсәләр комитетында тора. 2019 йылда Ғәниевтәр “Йәш ғаилә-2019” район конкурсында ҡатнаша һәм, беренсе урынға лайыҡ булып, телевизор менән бүләкләнә. Шулай уҡ ике йыл рәттән улдары Шамил менән “Коляскалар парады” бәйгеһендә сығыш яһай: тәүге йылда бәпестең коляскаһын торт формаһында биҙәһәләр, икенсе йылда ул машинаға әүерелә.
Медицина йүнәлеше буйынса китергә теләп тә, ауырыу әсәһен ҡарау сәбәпле, хыялын тормошҡа ашырмай ҡалған Лилиәнең тағы бер үҙенсәлекле шөғөлө тураһында яҙғы килә. Ул – театр донъяһы. С. Сайранова исемендәге башҡорт халыҡ театрында шөғөлләнгән ҡатындың бер нисә роле бар. Уларҙың береһе – Әсхәт Мортазиндың “Ләйсән” исемле спектакленән Фәйрүзә образы.
Тап ошо роль иғтибарымды йәлеп итте лә. Уны башҡарыусы Лилиә – тормошта ғына түгел, хатта сәхнәлә лә бала йәнле, оло йөрәкле ҡатын. Һуғыш йылдарында ирһеҙ, балаһыҙ ҡатын Фәйрүзә ике етем ҡыҙҙы тәрбиәгә ала. Уларҙың тамағын туйҙырам тип, һигеҙ килограмм арыш урларға, аҙаҡ шуның өсөн етемдәрҙе алып ауылдан сығып китергә мәжбүр булған әсәәнең михнәттәрен, күңел һыҙланыуҙарын тулыһынса асып бирә Лилиә. Ҡатынына эйәреп, Илнур ҙа театр менән мауығып китә. Уның да, балаларҙың да театрҙа уйнаған ролдәре бар.
2024 йылда Лилиә Ғәниеваға биш балаға намыҫлы һәм яуаплы тәрбиә биреүе, уларҙың һаулыҡтарын, уҡыуҙарын, рухи һәм физик үҫештәрен хәстәрләүе өсөн “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды.
Ғаилә башлығы Илнур Ишембай катализаторҙар заводында өлкән аппаратсы булып эшләп йөрөгәндә, 2025 йылдың декабрендә, махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүгә килешеү төҙөй. Яугир февраль айында яраланып, госпиталдә бер ай дауалана. Әлеге мәлдә ул реабилитация үтә, сәләмәтлеген нығытып, көс йыйып кире алғы һыҙыҡҡа барырға йыйына.
– Икебеҙ ҙә әүҙембеҙ, мәҙәни сараларҙы ла, спорт ярыштарын да ҡалдырмайбыҙ, балаларға өлгө күрһәтергә тейешбеҙ. Бер-беребеҙҙе ым-ишаранан, күҙ ҡарашынан аңлап торабыҙ, теләһә ниндәй проблеманы ла уртаға һалып, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшәбеҙ. Беребеҙ һөйләмдең башын әйтһә, икенсебеҙ уның аҙағын бөтөрөп ҡуя. “Эйе, әлеге генә шуны уйлап, һиңә әйтәйем тип ултырһам, үҙең әйттең дә ҡуйҙың” – тип йылмайып ҡуя Илнур. Ҡәҙерлемде тормош юлымда осратыуыма ҡыуанып бөтә алмайым, әле булһа яҙмышыма ҡат-ҡат рәхмәт белдерәм, – тип һүҙен тамамланы Лилиә Ғәниева.
Айһылыу ВАХИТОВА.
Фото: Ғәниевтәрҙең ғаилә архивынан.
#годбольшойидружнойсемьи102