Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
5 Апрель 2019, 20:55

"Өфө"гә ярҙам кәрәк

“Өфө” футбол клубы еңел булмаған осорон кисерә, ошо хәлдән сығыу өсөн нисектер берләшергә кәрәк.

"Башинформ"дан алынды.
"Башинформ"дан алынды.
“Өфө” футбол клубы еңел булмаған осорон кисерә, ошо хәлдән сығыу өсөн нисектер берләшергә кәрәк.
Был хаҡта Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Валерий Газзаев белдерҙе. Ул Башҡортостанға Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” алтынсы йәмәғәт премияһы лауреаттарын ҡотлау тантанаһына ҡунаҡ сифатында килгәйне.
“Башланғыс һәйбәт булды, ҙур пландар, үҫеш мөмкинлектәре. Команда УЕФА Кубогында ҡатнашты һәм үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте. Әммә ниндәйҙер этапта ниҙер етешмәне. Әгәр команда беренсе дивизионға төшһә, аҙаҡ кире ҡайтыу, һөҙөмтәләргә өлгәшеү ҡыйын буласаҡ. Ә Өфөнөң, Башҡортостандың һәйбәт командаһы булырға тейеш. Булдыра алғанса ярҙам итергә әҙермен”, – тине Валерий Газзаев.
Депутат әйтеүенсә, бөгөн донъяла барлыҡ профессиональ спорт шәхси инвестициялар иҫәбенә йәшәп килә. Ә Рәсәйҙә ошондай клубтарҙың 80-90 проценты аҡсаны дәүләт ҡаҙнаһынан ала.
Читайте нас: