Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
8 Апрель 2019, 15:43

Израилдән еңеү менән

Нефтекама спортсылары Ришон-Ле-Цион ҡалаһында үткән (Израиль) Киокусинкай каратэ буйынса Европа чемпионатында уңышлы сығыш яһап ҡайтты. Был ярышта Европаның 15 иленән спортсылар ҡатнашҡан.

Нефтекама спортсылары Ришон-Ле-Цион ҡалаһында үткән (Израиль) Киокусинкай каратэ буйынса Европа чемпионатында уңышлы сығыш яһап ҡайтты. Был ярышта Европаның 15 иленән спортсылар ҡатнашҡан.
“Киокусинкай спорт федерацияһы”ның урындағы йәмәғәт ойошмаһы тәрбиәләнеүселәре Злата Әҙелшина, Семен Ковшов, Анастасия Захарова һәм Дарья Сальникова Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһап, Европа кимәлендәге турнирҙа юғары һөҙөмтәләргә иреште. Улар барыһы ла – федерация етәксеһе һәм тренер А.В. Әҙелшиндың тәрбиәләнеүселәре.
Үҙҙәренең йәш төркөмөндә Злата Әҙелшина, Анастасия Захарова һәм Дарья Сальникова көмөш миҙалға лайыҡ булды. Йәш спортсыларға кубоктар, миҙалдар һәм чемпионаттың дипломдары тапшырылды.