Иртәгә Гагарин кубогы өсөн финал уйындары башлана. Ә кисә “Өфө-Арена”ла хоккей миҙгелен яптылар.
Аренаға бер нисә мең көйәрмән килгәйне. Уларға фойела тренерҙарҙан һәм спортсыларҙан автограф алыу, аҙаҡ күмәкләп боҙҙа шыуыу мөмкинлеге бирелде.
Иң тәүҙә көйәрмәндәр һөйөүендә Дмитрий Кугрышев ҡойондо, сөнки ул халыҡҡа беренсе булып сыҡҡайны. Ә иң оҙон сират баш тренер Николай Цулыгинға, хоккейсылар Юха Метсола, Теему Хартикайнен, Александр Бурмистров, Григорий Панинға теҙелде. Был сираттың осонда хатта нимә артынан торғандарын да белмәйҙәр ине.
Бөтәһе лә “тылсымсы” Линус Умаркты эҙләне, әммә ул юҡ ине. Күрәһең, Швецияға ғаиләһенә ҡайтып киткәндер. Уның яңыраҡ икенсе балаһы донъяға килгәйне.
Йоонас Кемппайнендан киләһе миҙгелгә командала ҡаласаҡмы-юҡмы икәнен һораштылар. “Теләк бар”, – тип кенә әйтте ул. 30 апрелдә уның клуб менән килешеү ваҡыты тамамлана, артабан фин күберәк аҡса һорай.
Аҙаҡ үҙе менән коньки алып килгән көйәрмәндәр боҙға сыҡты. Улар хоккейсыларҙың да ҡушылырын көттө, әммә юлаевсылар күренмәне. Бары ҡултыҡ таяғына таянған яралы Григорий Панин ғына борт янында баҫып торҙо...