Әле март айында ғына был турала һүҙ ҙә булмағайны. Ә бына 11 апрелдә Ҡазан Кремлендә Татарстан етәксеһе Рөстәм Миңлехановҡа мөһим яңылыҡ еткерелде.
“Аҡ Барыҫ” хоккей клубында 14 йыл эшләгәндән һуң, баш тренер Зиннәтулла Биләлетдинов үҙенең эштән китеүен белдерҙе. Уның ҡул аҫтындағы команданың ете ҙур награда яулаған осоро тамамлана. Рәсәй Суперлигаһы чемпионы, Европа чемпиондары кубогы, Континенталь кубок һәм өс Гагарин кубогы... Ун йыл элек тап ошо мәлдә клуб тәүге тапҡыр КХЛ чемпионы булғайны.
Хоккей даирәһендә яратып Билл тип йөрөтөлгән белгес арығандыр ҙа. 18 йәштән боҙҙа, һуңғы 22 йылда – тренерлыҡ эскәмйәһендә... Ғаиләһе менән кәңәшләшкәс, Зиннәтулла Хәйҙәр улы ял итергә ҡарар иткән.