Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Апрель 2019, 00:50

Сәләмәтлек тә, ярҙамлашыу мөмкинлеге лә

Бөтә Рәсәй йөҙөү федерацияһы президенты Владимир Сальников Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа йөҙөүгә дөйөм мәжбүри уҡытыу индерергә тәҡдим итте.

Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Бөтә Рәсәй йөҙөү федерацияһы президенты Владимир Сальников Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа йөҙөүгә дөйөм мәжбүри уҡытыу индерергә тәҡдим итте.
Осрашыуҙа улар йөҙөү менән күмәкләп шөғөлләнеү өсөн инфраструктура булдырыу мәсьәләһен тикшерҙе.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, быйыл Әлшәй, Ауырғазы, Көйөргәҙе, Федоровка, Хәйбулла, Шаран райондарында бассейндарҙы файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Балаларҙың халыҡ-ара йәйге уйындарына Өфөнөң Ҡамышлы урамында спорт әҙерлеге үҙәге асыласаҡ. Инорс биҫтәһенең Т. Йәнәби урамында яңы бассейн төҙөлөп бөтөү өҫтөндә.
Владимир Сальников мәктәп уҡыусыларын, үҫмерҙәрҙе күмәкләп йөҙөргә өйрәтеүҙе ойошторорға тәҡдим итте.
“Был шөғөл сәләмәт тормош рәүеше, оҙаҡ йәшәү нигеҙе булып тора. Шулай уҡ батҡандарҙы ҡотҡарыу, тимәк, кеше ғүмерен һаҡлау мөмкинлеге лә”, – тине дүрт тапҡыр олимпия чемпионы.
Радий Хәбиров, ошо спорт төрөн үҫтереү маҡсатында, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына Бөтә Рәсәй йөҙөү федерацияһы менән әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итергә ҡушты.
Читайте нас: