Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
30 Апрель 2019, 14:47

Дәүләкәндәргә тиңдәр табылмаған

Әхиәр Хәкимовтың 90 йыллыҡ юбилейына арналған көрәш буйынса быйылғы турнирҙа республикабыҙҙың Өфө ҡалаһынан, Ауырғазы, Миәкә, Әлшәй, Бишбүләк, Архангел һәм башҡа райондарынан йөҙгә яҡын спортсы ҡатнашты.

Көс һынашыр өсөн майҙанға йөҙгә яҡын көрәшсе йыйылған. Улар барыһы ун ике ауырлыҡ үлсәмендә көс һынашҡан. Көнө буйы барған бәйгелә дәүләкәндәргә тиңдәр табылманы. Улар тағы бер тапҡыр беренсе урынға һәм кубокка лайыҡ булған.

Ә шәхси иҫәпкә килгәндә, үҙ ауырлыҡ үлсәмендә “Самбо-75” мәктәбе еңеүселәре Динислам Ғилванов, Булат Фәтҡуллин, Руслан Помогайбо, Денис Хәмитов, Данил Хмитов, Илнур Вилданов еңеүсе булһа, II урынға үҙ ауырлыҡ үлсәмендә Илнар Хамадеев, Айҙар Насибуллин, Азамат Нәжметдинов яуланы.
Читайте нас в