Спорт һәм туризм
6 Мая 2019, 16:17

Баймаҡ менән Ҡуянтау араһы нисә саҡрым?

Бөйөк Еңеү көнө алдынан Баймаҡ районында һәр саҡ йүгереү буйынса марафон ойошторола.

Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Бөйөк Еңеү көнө алдынан Баймаҡ районында һәр саҡ йүгереү буйынса марафон ойошторола.


1985 йылдан алып уҙғарыла ул. Сәләмәт тормошто пропагандалаған, халыҡты спортҡа ылыҡтырыу маҡсатын алған ярыш Баймаҡ ҡалаһы менән Ҡуянтау ауылы араһында үтә. Унда йыл да мәктәп уҡыусылары, студенттар, төрлө ойошма-предприятие вәкилдәре, хатта өлкәндәр теләп ҡатнаша. Марафонға бүтән ҡала-райондарҙан да киләләр.
Быйыл старт һыҙығына 200-ҙән ашыу йүгереүсе баҫты. Сарала ҡатнашырға Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та килгәйне. “Баймаҡ – Ҡуянтау” марафоны Бөйөк Еңеүгә, һуғыш ветерандарына арналды.
Еңеүселәр йәш категориялары буйынса билдәләнде. Һөҙөмтәлә беренсе урынды Инсаф Бурһыҡбаев, Юлиә Сәғәҙәтова, Ғәҙел Булатов, Айгөл Уйылданова, Рәмзил Булатов, Гөлдәриә Сәлихова, Рәйфә Яҡупова, Рәфис Вәлиев, Алһыу Байегетова һәм Фәттәх Иҫәндәүләтов яуланы.
Арала иң өлкән йүгереүселәр булып Алһыу Байегетова менән Хәйҙәр Моталлапов танылһа, иң бәләкәйҙәр – Ләйсән Ишмырҙина һәм Данис Сафин.
Читайте нас