Сибай ҡалаһының “Хеҙмәт” стадионында ГТО нормативтарын тапшырыу буйынса спорт фестивале үтте.
Унда мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ҡаланың төрлө уҡыу йорттары студенттары, хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ ойошма-предприятиелар вәкилдәре ҡатнашты.
Һәр кем үҙ йәше категорияһына буйынса еңел атлетика ярыштарында көсөн һынап ҡараны.
БДУ-ның Сибай институты коллективы был юлы ла һынатманы: команданан барыһы ла ГТО нормативтарын уңышлы тапшырып, үҙҙәренең сәләмәт тормошто үҙ итеүен, спортты яратыуын йәнә бер ҡат күрһәтте.