Башҡортостан вәкилдәренең ситтә еңеү яулап ҡайтыуына нисек шатланмаҫҡа?! Пермь крайының Барҙы районындағы Барҙы ауылында үҫмерҙәр араһында билбау көрәше буйынса Бөтә Рәсәй турниры ойошторолдо.
Бәйгелә республикабыҙҙың Тәтешле районынан йәш батырҙар ҡатнашып ҡына ҡалманы, призлы урындар ҙа яуланы. Мәҫәлән, Давид Ғәлемәрҙәнов (65 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә) менән Луиза Хәмиҙуллина (44 килограмм) һынатманы. Икеһенә лә спорт мастерлығына кандидат исеме бирелде.
– Улай ғына түгел, бынан тыш, Элина Хәсәнова менән Илсур Мингәрәев бронза миҙалдар менән бүләкләнде, – тип һөйләй тренерҙар.
– Күптәр коллегабыҙ Иҙрис Ғиләжевтең секцияһында шөғөлләнә. Ғөмүмән, бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнгән балалар тормошта үҙҙәренә юлды еңел яра. Билбау көрәше буйынса ғына түгел, ә спорттың бүтән төрҙәре лә районда ныҡ үҫешә, был тәңгәлдә ҡаҙаныштар бихисап.